

Өфөнән 15 йәшлек София Илтерәкова Варнала (Болгария) художестволы гимнастика буйынса Европа чемпионкаһы булған. Ул ҡулса менән күнегеүҙәрҙә алтын яулаған, туплы күнегеүҙәрҙә бронза алған.
Быйыл Халыҡ-ара гимнастика федерацияһы (FIG) Рәсәйҙән сикләүҙәрҙе алды, һәм РФ йыйылма командаһы һуңғы биш йылда беренсе тапҡыр ил флагы менән гимны аҫтында сығыш яһай.
***
София Илтерәкова 2010 йылда Өфөлә тыуған. Мәскәү олимпия резервы спорт мәктәбендә тренер Наталья Глемба етәкселегендә шөғөлләнә. Дүрт тапҡыр БДБ илдәре уйындары чемпионкаһы, БРИКС илдәре уйындарында юниорҙар араһында еңеүсе, Донъя Кубогы һәм Европа чемпионаты этаптары чемпионкаһы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры.
Фото: Рәсәй Олимпия комитеты / рәсми сайт / Башинформ.
Башинформ таҫмаһынан.