+24 °С
Ямғыр
Спорт
24 Июнь , 06:15

Өфө ҡыҙы София Илтерәкова Ҡытайҙа өс алтын миҙал яулаған!

Яҡташыбыҙ бик сая, ҡыйыу, өтөп бара, келәмдә елдән етеҙ, мамыҡтан еңел. Сығыштарына музыканың да шәбен, ритмлыларын һайлай, талғын классика уның көйө түгел. “София күңелһеҙ һәм яй булырға яратмай. Уға бөтә предметтар менән дә күңел асырға һәм яндырырға рөхсәт итәләр”, – тип яҙалар “Советский спорт”та. Белгестәр  уға ҙур киләсәк юрай.

Өфө ҡыҙы София Илтерәкова Ҡытайҙа өс алтын миҙал яулаған!Өфө ҡыҙы София Илтерәкова Ҡытайҙа өс алтын миҙал яулаған!
Өфө ҡыҙы София Илтерәкова Ҡытайҙа өс алтын миҙал яулаған!

Өфөлә тыуып үҫкән художестволы гимнастка София Илтерәкова Ҡытайҙа үткән Саҡырыу Кубогының (Кубок Вызова) Пекин  этабында өс алтын миҙал яулаған!

15 йәшлек спортсы миҙалдарға туп, булава һәм таҫма менән сығыштарҙа лайыҡ булған. Ҡулсалы ярышта  ул өсөнсө урында. Рәсәйҙән тағы бер гимнастка – Арина Ковшова ҡулса менән сығышта еңгән.

Күпбәйгелә София көмөш миҙал алыуға өлгәшкән. Рәсәй ҡыҙҙары төркөмлө күнегеүҙәрҙә тағы ла ике көмөш һәм бронза алған. Спортсылар  Рәсәй флагы аҫтында сығыш яһаған, уларҙың еңеүе хөрмәтенә Рәсәй гимны яңғыраған.

Саҡырыу Кубогының финал этабы бер аҙнанан Румынияла Клуж-Напока ҡалаһында үтәсәк.

***

София Илтерәкова Мәскәү олимпия резервы спорт мәктәбендә тренер Наталья Глемба етәкселегендә шөғөлләнә. Дүрт  тапҡыр БДБ илдәре уйындары чемпионкаһы, БРИКС илдәре уйындарында юниорҙар араһында еңеүсе, Донъя Кубогы һәм Европа чемпионаты этаптары чемпионкаһы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры.

***

София 2010 йылдың 7 авгусында Өфөлә тыуған. Атаһы Алексей Илтерәков спорт  ярата һәм ҡыҙҙарын да спорт һөйөүсән итеп тәрбиәләй. Ул үҙе моноластта тиҙлеккә йөҙөү буйынса Башҡортостан чемпионы булған.

Алты йәш ярымдан  художестволы гимнастика менән  шөғөлләнгән София 12 йәшендә илдең  үҫмерҙәр йыйылма командаһына эләгә.  Баланың һәләттәрен үҫтереү өсөн иң яҡшы шарттар булһын тип, ғаилә шунда уҡ Мәскәүгә күсеп китә. Софияның апаһы Арина йөҙөү менән шөғөлләнә.

Яҡташыбыҙ бик сая, ҡыйыу, өтөп бара, келәмдә елдән етеҙ, мамыҡтан еңел. Сығыштарына музыканың да шәбен, ритмлыларын һайлай, талғын классика уның көйө түгел. “София күңелһеҙ һәм яй булырға яратмай. Уға бөтә предметтар менән дә күңел асырға һәм яндырырға рөхсәт итәләр”, – тип яҙалар “Советский спорт”та. Белгестәр  уға ҙур киләсәк юрай.

София тыуған көнө йәй булғанға күрә йәйҙе ярата. Иң яратҡан бүләге – ата-әсәһе 14 йәшенә бүләк иткән алҡа. Еңеүҙәрҙән  һуң бабл-ти менән һыйланып ала.

Фото: Рәсәй Олимпия комитеты / матбуғат хеҙмәте.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас