

Сибай боксеры Зарина Исламова Куала-Лумпурҙа ярыштарҙан һәм күнекмәләрҙән бушағанда фортепьянола уйнап алған, тип хәбәр итә Башинформ. Видеояҙманы РФ Тай боксы федерацияһының соцселтәрҙәренә һалғандар.
«Рәсәйҙең муай-тай буйынса йыйылма командаһы быны ла булдыра. Ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы капитан, муай-тай буйынса донъя чемпионкаһы Зарина Исламова Мексика композиторы Гибран Алькосерҙың популяр көйөн уйнай», – тип яҙғандар Федерацияныҡылар.
Фото: РФ Тай боксы федерацияһы / социаль селтәрҙәр.

