

Һуңғы бер ай эсендә футбол секцияларына яҙылырға теләгән балалар һаны ике тапҡырға артҡан, тип яҙа “Башинформ” агентлығы. Быны аналитиктар футбол буйынса донъя чемпионаты менән бәйләй.
“Футбол буйынса донъя чемпионаты плей-офф стадияһына – турнирҙың иң көсөргәнешле һәм тамашалы өлөшөнә сыҡты.
Уйындарҙы миллиондарса көйәрмәндәр күҙәтә, өлкәндәр менән бергә экрандар алдында балалар һаны арта бара: күптәр өсөн был турнир футбол менән беренсе ҙур танышыу булды.
Уйын менән илһамланып, балалар ата-әсәләренән секцияға яҙҙырыуҙы һорай башлаған.
Аналитиктар республикала футбол менән шөғөлләнеүгә ихтыяжды анализланы һәм 2026 йылдың июнендә 2025 йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда уның ике тапҡырға артыуын асыҡланы”, – тигәндәр “Авито-Поволжье”ла.
Шулай итеп, бер йыл эсендә футболға яҙылырға теләүселәр һаны ике тапҡырға артҡан.
Хаҡтар юғары:
футбол тренеры менән шәхси күнегеү хаҡы – уртаса 2,5 мең һум,
ҙур футбол майҙанын арендалау – сәғәтенә 5–10 мең һум,
мини-футбол майҙансығы – сәғәтенә 2 мең һум тирәһе.
Ҙур сығымдарға ҡарамаҫтан, өлкәндәрҙә лә, балаларҙа ла футболға ҡыҙыҡһыныу арта ғына бара.
Фото: Олег Яровиков / Башинформ / архив.
***
“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb