+17 °С
Дождь
Спорт
15 Июля , 07:05

Ил яҡташыбыҙ Галина Куклева менән хушлаша

Республикабыҙҙың данлы шәхестәренең береһе, биатлон буйынса олимпия чемпионкаһы Галина Куклева кисә ҡаты ауырыуҙан мәрхүм булып ҡалған. Ишембай ҡалаһында тыуып үҫкән спортсы бәләкәйҙән биатлон менән шөғөлләнә башлай. Ул тренер Владимир Новожиловта күнегә. Донъя спортында танылыуға табан тәүге аҙымдарҙы ошонда яһай.

Ил яҡташыбыҙ Галина Куклева менән хушлашаИл яҡташыбыҙ Галина Куклева менән хушлаша
Ил яҡташыбыҙ Галина Куклева менән хушлаша

Республикабыҙҙың данлы шәхестәренең береһе, биатлон буйынса олимпия чемпионкаһы Галина Куклева кисә ҡаты ауырыуҙан мәрхүм булып ҡалған. Ишембай ҡалаһында тыуып үҫкән спортсы бәләкәйҙән биатлон менән шөғөлләнә башлай. Ул тренер Владимир Новожиловта күнегә. Донъя спортында танылыуға табан тәүге аҙымдарҙы ошонда яһай.

Галина Куклева 1998 йылда Наганола үткән XVIII  Ҡышҡы Олимпиадала 7,5 км спринтта – алтын, эстафетала командалаштары менән бергә көмөш миҙал яулай.  2002 йылда Солт-Лейк-Ситиҙа үткән Олимпиадала яҡташыбыҙ эстафетала командалаштары менән өсөнсө урынды ала.

Спорт карьераһын тамамлағас, ғүмерен һәм белемдәрен йәш быуынды тәрбиәләүгә арнай. Ул Төмән дәүләт университетының Физик культура институтында уҡыта.

Уҡытыусы йәш быуынға техник алымдарҙы өйрәтеү менән генә сикләнмәй. Ул тәрбиәләнеүселәрендә спортсы намыҫы тәрбиәләй, ысын чемпиондың, бөтәһенән элек, көслө характерлы һәм юғары мораль принциптарға эйә булырға тейешлеген төшөндөрә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауырыу уны 53 кенә йәшендә алып китә. Мәрхүмәне 17 июлдә Ишембай ҡалаһына алып ҡайтып ерләйәсәктәр.

Фото: Руслан Хәбибов / БР Спорт министрлығы / Башинформ.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас