

Ошо көндәрҙә Әбйәлил районының һабантуйында башҡорт тоҡомло аттар сабышында беренселекте Учалы районының Ғәҙелша ауылы егете 15 йәшлек Альберт Мөхәмәҙиев яуланы һәм Төркиәгә юллама менән бүләкләнде.
Алтын ҡушаматлы аты менән ул быйыл Учалы районының һабантуйында ла беренсе килде. Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Албертты олатаһы Рәүеф, өләсәһе Ғөбәйҙә Фәткуллиндар тәрбиәләй. Рәсәй һәм республика кимәлендә үткәрелгән ат сабыштары еңеүсеһе Рәүеф Зәки улы ейәнен 10 йәшендә атҡа ултырта. Олатай кеше ейәндәре Рәфил һәм Альбертта атҡа һөйөү генә уятып ҡалмай, еңеүсе рухы менән тәрбиә бирә.
– Тәүге тапҡыр пониҙа ярышып район һабантуйында икенсе урын алғайным. Шунан дәртләнеп олатайымдың сабыш атында күнекмәләр үтә башланым. 2025 йылда «Мәргән уҡсы» республика бәйгеһендә «Йәш сабышсылар» ярышында еңеп, ҡолоҡай менән бүләкләндем. Әле ул бәләкәй, тик киләсәктә мин уның менән дә урындар алырмын, – тип етди пландар ҡора Альберт.
***
“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb