

Бөгөн «Торатау» конгресс-холында шахмат буйынса Рәсәйҙең Балалар Кубогы этабы башланды. Өфөгә илдең 22 төбәгенән 300-ҙән ашыу спортсы бала килде.
Был турала социаль селтәрҙәрҙә ваҡытлыса Өфө мэры вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәрипов хәбәр итә.
“Үҙем бала саҡтан шахмат уйнайым һәм был уйындың стратегик фекер йөрөтөүгә, ҡарарҙарҙы үлсәп ҡабул итеүгә һәм эш-ғәмәлдәрҙе бер нисә аҙымға иҫәпләргә өйрәткәнен беләм. Бөгөн, балалар күп ваҡытын телефондар һәм гаджеттар менән үткәргән ваҡытта, уларҙың интеллектуаль спортты һайлауына шарттар тыуҙырыу айырыуса мөһим”, – тип яҙа һәм турнирҙы ойоштороусыларға, Башҡортостан Шахмат федерацияһына, ҡала советы депутаты Филүс Хәмит улы Ишбулатовҡа рәхмәт белдерә, уйынсыларға матур партиялар, намыҫлы уйын, Өфөнән сағыу тәьҫораттар алыуҙарын теләй.
Фото: Рөстәм Шәрипов / МАКС.