+16 °С
Облачно
Спорт
6 Августа , 08:17

Андрей Назаров спортсы яҡташы менән осрашҡан

Башҡортостан премьер-министры Андрей Назаров тай боксы буйынса донъя чемпионы Зарина Исламова һәм уның тренеры Александр Гаврилов менән осрашҡан.

Андрей Назаров спортсы яҡташы менән осрашҡанАндрей Назаров спортсы яҡташы менән осрашҡан
Андрей Назаров спортсы яҡташы менән осрашҡан

Башҡортостан премьер-министры Андрей Назаров тай боксы буйынса донъя чемпионы Зарина Исламова һәм уның тренеры Александр Гаврилов менән осрашҡан.

Хөкүмәт етәксеһе был турала үҙенең МАКС каналында яҙа. “Заринаның өлгәшелгәндәрҙә туҡталып ҡалмауы ҡыуандыра – ул классик бокста көсөн һынап ҡарамаҡсы. Башҡортостан Бокс федерацияһы рәйесе булараҡ, мин тулыһынса хуплайым, булышлыҡ күрһәтербеҙ”, – тигән Андрей Назаров.

Спортсының донъя ярыштарында башҡорт милли кейеменән өләсәһенең күкрәксәһе һәм тире бүрек кейеп сығыуын Назаров бик оҡшатҡан. “Тыуған яҡ менән бәйләнеше һиҙелә, ата-бабалар көсөн ала. Беҙҙең спортсыларҙың еңеүе һәм республика мәҙәниәтен бөтә донъяға күрһәтеүе – был бик ҡиммәтле нәмә”, – тигән премьер-министр.

Зарина ла, Андрей Назаров та – Сибайҙан, яҡташтар. Шуға осрашыу бигерәк тә йылы үткән. “Алға! Мы поддержим!” – ти Хөкүмәт башлығы.

Фото: Андрей Назаров / МАКС-тағы рәсми канал / Башинформ.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас