

Бөгөн – Физкультурниктар көнө. Шул уңайҙан Талбазы ауылында яңы төҙөлгән “Ауырғазы-арена” стадионын асҡандар.
“Заманса спорт комплексына яһалма япмалы футбол майҙаны, баскетбол, волейбол, хоккей, еңел атлетика һәм башҡа спорт төрҙәре менән шөғөлләнеү өсөн майҙансыҡтар инә”, – тип яҙа социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм стадиондың район спорт тормошо үҙәгенә әйләнеренә инана.
Комплекс “Башнефть” компанияһы ярҙамында төҙөлгән.
Видео: Радий Хәбиров / МАКС.
***
“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb

