

Фехтование буйынса Рәсәй халыҡтары Спартакиадаһының рапирасылар ярышында тәүге ике урынды Башҡортостан командалары алды.
Алтын миҙаллылар командаһында – Владислав Журавлёв, Әмир Фәхретдинов, Ростислав Хамдамов һәм Дәүләт Хәйретдинов. Көмөш миҙал яулаған командала – Егор Баранников, Искәндәр Булатов, Валерий Корнилов һәм Тимур Сафин.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге посында спортсыларыбыҙҙы шәп еңеү менән ҡотлаған.
“Бөтә егеттәр ҙә – Өфө Фехтование үҙәге тәрбиәләнеүселәре, уларҙың остаздары – Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Лира Грушина менән Тимур Арыҫланов. Улар тағы бер тапҡыр раҫланы: беҙҙең фехтование мәктәбе – илдә иң көслөләрҙең береһе. Ғорурланабыҙ!” – тип яҙа Радий Хәбиров.
Фото: Илшат Әхмәтов / Башинформ.
***
“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb