+11 °С
Облачно
Спорт
14 Августа , 07:37

80 алтын миҙаллы Батырхан Рәсәй йыйылма командаһына тәҡдим ителгән

Башҡортостан вице-премьеры–республиканың спорт министры Руслан Хәбибов Ауырғазы районына сәфәрендә 16 йәшлек уҡсы Батырхан Ғайсин менән осрашҡан. Министр өс секунд эсендә Батырхандың донъя чемпионы буласағын аңлаған!

80 алтын миҙаллы Батырхан Рәсәй йыйылма командаһына тәҡдим ителгән80 алтын миҙаллы Батырхан Рәсәй йыйылма командаһына тәҡдим ителгән
80 алтын миҙаллы Батырхан Рәсәй йыйылма командаһына тәҡдим ителгән

Башҡортостан вице-премьеры–республиканың спорт министры Руслан Хәбибов Ауырғазы районына сәфәрендә 16 йәшлек уҡсы Батырхан Ғайсин менән осрашҡан. Министр өс секунд эсендә Батырхандың донъя чемпионы буласағын аңлаған!

Руслан Хәбибов йәш мәргәндең нисек уҡ атҡанын ҡарап торған да уға 2028 йылда үтәсәк Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарына әҙерләнергә тәҡдим иткән.

“Ҡарар бик тиҙ ҡабул ителде. 2028 йылда Батырхан киләһе Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында Рәсәй исеменән ҡатнашыу өсөн илдең милли йыйылма командаһына һайлау үтәсәк”, – тигәндәр Спорт  министрлығында был тәҡдим тураһында.

Батырхан Ғайсин уҡ атыу менән биш йыл шөғөлләнә. Ошо ваҡыт эсендә ул төбәк, Рәсәй, халыҡ-ара турнирҙарҙа 80 алтын миҙал яулап өлгөргән.

Спортсы Ауырғазы районы Талбазы ауылындағы спорт мәктәбендә атаһы, йәйәнән атыу буйынса тренер Фәһим Ғайсин етәкселегендә күнегә.

 

Фото: Башҡортостан Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте / Башинформ.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас