+16 °С
Дождь
Спорт
17 Августа , 07:00

Рәсәй спортсылары Өфөлә ишкәкле слаломда ярыша

Өфөлә ишкәкле слалом буйынса Рәсәй халыҡтары Спартакиадаһы ярыштары бара. Миҙалдар өсөн илдең 18 төбәгенән 100-ҙән ашыу спортсы көрәшә.

Рәсәй спортсылары Өфөлә ишкәкле слаломда ярышаРәсәй спортсылары Өфөлә ишкәкле слаломда ярыша
Рәсәй спортсылары Өфөлә ишкәкле слаломда ярыша

Өфөлә ишкәкле слалом буйынса Рәсәй халыҡтары Спартакиадаһы ярыштары бара. Миҙалдар өсөн илдең 18 төбәгенән 100-ҙән ашыу спортсы көрәшә.

Сараны асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. “Был көндәрҙә Башҡортостан Рәсәйҙең эре ярыштарын ҡабул итә. Беҙҙә  спорттың алты төрө, шул иҫәптән йөҙөү, триатлон, фехтование буйынса көс һынашыуҙар бара.  Республикабыҙҙа ошондай әһәмиәтле ваҡиғаны үткәреү мөмкинлеген биргән өсөн Рәсәй Спорт министрлығына рәхмәт белдергем килә. Беҙҙең өсөн был оло абруй, ә атлеттар өсөн  – ҙур яуаплылыҡ”, – тине Радий Хәбиров һәм спортсыларға ҙур еңеүҙәр теләне.

Ишкәкле слаломдың биш төрө буйынса ярыштар кисә башланды, еңеүселәрҙе наградлау 18 августа була.

Фото: Олег Яровиков / Башинформ.

 ***

“Аманат” – MAКС-та  max.ru/amanatrb

Рәсәй спортсылары Өфөлә ишкәкле слаломда ярыша
Рәсәй спортсылары Өфөлә ишкәкле слаломда ярыша
Рәсәй спортсылары Өфөлә ишкәкле слаломда ярыша
Рәсәй спортсылары Өфөлә ишкәкле слаломда ярыша
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас