+16 °С
Дождь
Спорт
17 Августа , 06:33

София Илтерәкова команда күпбәйгеһендә алтын миҙал яуланы

Нәфис гимнастика буйынса Рәсәй йыйылма командаһы Германияның Майндағы Франкфурт ҡалаһында үткән донъя чемпионатында команда күпбәйгеһендә алтын миҙал яуланы. Еңеүсе команда составында Өфө гимнасткаһы София Илтерәкова ла бар.

София Илтерәкова команда күпбәйгеһендә алтын миҙал яуланыСофия Илтерәкова команда күпбәйгеһендә алтын миҙал яуланы
София Илтерәкова команда күпбәйгеһендә алтын миҙал яуланы

Нәфис гимнастика буйынса Рәсәй йыйылма командаһы Германияның Майндағы Франкфурт ҡалаһында үткән донъя чемпионатында команда күпбәйгеһендә алтын миҙал яуланы. Еңеүсе команда составында Өфө гимнасткаһы София Илтерәкова ла бар.

Рәсәй йыйылма командаһы 278,300 балл йыйҙы. Команда составына, Софиянан башҡа, Мария Борисова, Арина Лавренова, Алиса Еремеева, Анна Николаева, София Солонская, Агата Барекзай һәм Дарья Мельник инә.

Көмөш миҙалды – Болгария, бронзаны Ҡытай командалары алды.

София Илтерәкова дөйөм еңеүгә 111,850 балл индерҙе. Ул ярыш программаһындағы дүрт төрҙөң  өсөһөндә уңышлы сығыш яһаны.

Туп менән күнегеүҙәрҙә лә Илтерәкова һынаиманы: 29,80 балл йыйҙы. Беренселекте яулаған Германия спортсыһы Дарья Варфоломееванан (30,35 балл) ул 0,55 балға ғына ҡалышты.

Фото: Рәсәй Олимпия комитетының матбуғат хеҙмәте / Башинформ.

***

“Аманат” – MAКС-та  max.ru/amanatrb

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас