

Спорт гимнастикаһы буйынса юниорҙарҙың Европа чемпионаты Хорватияның Загреб ҡалаһында үтте. Шәхси күпбәйгелә 14 йәшлек Полина 53,165 балл менән көмөш миҙал яуланы. Рәсәйҙән Александра Андрианова алтын миҙаллы булды, ә бронза награданы Италиянан Кларисса Ринальди алды.
Айырым төрҙәр буйынса ярыштарҙа Полина үҙе ҡатнашҡан өс дисциплинала еңеүсе булды: төрлө кимәлле брустарҙа – 13,900 балл, бүрәнәлә – 13,993, ирекле программала 13,233 балл йыйҙы.
Шулай уҡ Рәсәй йыйылма командаһы составында Полина Дмитриева команда күпбәйгеһендә Европа чемпионкаһы булды, Рәсәй командаһы 158,629 балл йыйҙы. Икенсе урында – Италия, өсөнсө – Франция командалары.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә йәш спортсыны һәм уның тренеры Елена Кайгулованы ҡотланы:
“Һуңғы ике көн эсендә Стәрлетамаҡтан йәш йондоҙсоҡ почет пьедесталына биш тапҡыр күтәрелде.
Беҙҙең Полина Дмитриева спорт гимнастикаһы буйынса Хорватиялағы юниорҙар Европа чемпионатнда 4 алтын һәм 1 көмөш миҙал яуланы. Уны һәм уның остазы, Башҡортостан йыйылма командаһының өлкән тренеры һәм Рәсәй йыйылма командаһы тренеры Елена Кайгулованы ҡотлайым.
Был ярыштан Олимпиадаға тиклем – ике аҙым. Ул 2028 йылғы Олимпия уйындарына беренсе квоталар уйнатыласаҡ донъя чемпионатына һайлап алыу турниры булып тора. Ҡыҫҡаһы, беҙ Полинаның көйәрмәндәре! Уңыштар!”
Фото: Радий Хәбиров /МАКС
“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb