

Хорватияның Загреб ҡалаһында спорт гимнастикаһы буйынса юниорҙарҙың Европа чемпионаты үтте. Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 14 йәшлек гимнастка Полина Дмитриева чемпионаттан 5 миҙал менән ҡайтып төштө – дүртеһе алтын, береһе көмөш.
Полина Дмитриева менән тренер Елена Кайгулованы бөгөн Өфө аэропорты гөр килеп ҡаршы алды. “Мине аэропортта ҡаршылауҙарын белә инем, тик был тиклем күп кеше килер тип уйламаным. Әлбиттә, беренсе булып әсәйем ҡотланы, минең өсөн көйгән яҡындарыма рәхмәт”, – тигән Полина “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһенә, еңеүсе булыу тәьҫораттары менән бүлешеп.
Ярыштарҙың нисек үтеүе тураһында ла һөйләгән: “Мин башҡа спортсылар менән тигеҙ барҙым, тренерҙарҙың бөтә күрһәтмәләрен үтәнем. Үҙем дә көтмәгәйнем, бына инде пьедесталдамын. Бөтәһе лә төштәге кеүек булды. Республикаға ниндәй еңеү килтергәнемде әле генә аңланым”.
Фото: Валерий Шахов / Башинформ.