+26 °С
Облачно
Спорт
20 Августа , 07:11

Рәсәй халыҡтары Спартакиадаһы ярыштарында беҙҙең спортсылар 9 миҙал яуланы

Өфөлә Рәсәй халыҡтары Спартакиадаһының фехтование һәм ишкәкле слалом буйынса ярыштары үтте. Уларҙа Башҡортостан спортсылары әүҙем ҡатнашты.

Рәсәй халыҡтары Спартакиадаһы ярыштарында беҙҙең спортсылар 9 миҙал яуланыРәсәй халыҡтары Спартакиадаһы ярыштарында беҙҙең спортсылар 9 миҙал яуланы
Рәсәй халыҡтары Спартакиадаһы ярыштарында беҙҙең спортсылар 9 миҙал яуланы

 

Өфөлә Рәсәй халыҡтары Спартакиадаһының фехтование һәм ишкәкле слалом буйынса ярыштары үтте. Уларҙа Башҡортостан спортсылары әүҙем ҡатнашты.

Рапира алышында Башҡортостандың ике командаһы тәүге ике урынды яуланы. Шәхси ярыштарҙа Егор Баранников һәм Аделина Заһиҙуллина бронза  миҙаллы булды.

Ишкәкле слалом ярыштарында беҙҙең слаломсы Алһыу Минәзова бер урынлы байдаркала алтын миҙал, каноэла көмөш миҙал яуланы.

Башҡортостан спортсылары йәмғеһе 9 миҙал алды – 4 алтын, 2 көмөш һәм 3 бронза.

Рәсәй халыҡтары Спартакиадаһы ярыштары илдең 7 төбәгендә бара. Шуларҙың береһе – Башҡортостан. Был ярыштарҙа еңеүҙәр спортсыларға  2028 йылда Лос-Анджелеста үтәсәк Олимпия уйындарына юл аса.

Фото: Башинформ архивы.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас