Нефтекама ҡалаһынан 15 йәшлек штанга күтәреүсе Айһылыу Ниғмәтйәнова ауыр атлетика буйынса Европа беренселегендә көмөш миҙал яулаған. Турнир Приштина ҡалаһында (Косово) бара.
61 кг тиклем ауырлыҡ үлсәмендәге 17 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар ярышында Айһылыу киҫкен күтәреүҙә (рывок) 84 кг һөҙөмтә күрһәткән.
“Шул факт бигерәк тә ғорурландыра: беҙҙекеләр халыҡ-ара майҙанда Рәсәй флагы һәм гимны аҫтында сығыш яһай. Ниғмәтйәнова менән бергә Рәсәй исеменән Башҡортостандың тағы бер спортсыһы – Әлшәй ауыр атлетика мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Вадим Ғайсин сығыш яһай. Ул 4-се урын менән Европа спортсыларының топ-5-е иҫәбенә инде”, – ти Башҡортостан вице-премьеры–спорт министры Руслан Хәбибов.
Фото: Башҡортостан Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте / Башинформ.