+7 °С
Ясно
Спорт
27 Августа , 09:23

Өфө спортсылары янғын һүндереү-ҡотҡарыу спорты беренселегенән еңеү менән ҡайтты

Өфөнән  Валерия Булыгина һәм Иван Шутко Янғын һүндереү-ҡотҡарыу спорты буйынса  үҫмер егеттәр һәм юниорҙарҙың XV  донъя чемпионатынан һәм үҫмер ҡыҙҙар һәм юниоркаларҙың XI донъя чемпионатынан чемпион булып ҡайтҡан.

Өфө спортсылары янғын һүндереү-ҡотҡарыу спорты беренселегенән еңеү менән ҡайттыӨфө спортсылары янғын һүндереү-ҡотҡарыу спорты беренселегенән еңеү менән ҡайтты
Өфө спортсылары янғын һүндереү-ҡотҡарыу спорты беренселегенән еңеү менән ҡайтты

Халыҡ-ара ярыштар Мәскәү янындағы Жуковский ҡалаһында үткән.

Уртансы төркөмдә ярышҡан Валерия ҡаршылыҡтар һыҙатын үтеүҙә беренселекте яулаған, штурм баҫҡысы буйынса күтәрелеүҙә көмөш миҙаллы булған.

Кесе төркөмдә ярышҡан Иван штурм баҫҡысында – көмөш, ҡаршылыҡтар һыҙатында бронза миҙал яулаған.

Команда иҫәбендә  Рәсәйҙең ҡыҙҙар йыйылма командаһы – чемпион, икенсе урында – Беларусь, өсөнсө урында – Ҡаҙағстан командалары.

Үҫмер егеттәр араһында алтынды Беларусь командаһы яулаған, Рәсәй командаһы – икенсе урында, Ҡаҙағстандыҡылар – өсөнсө урында.

Беҙҙең йәштәрҙе Өфөләге 22-се янғын һүндереү-ҡотҡарыу отрядында хеҙмәт иткән тренерҙар күнектергән. Улар үҫмерҙәрҙе әҙерләүгә ҙур тырышлыҡ, күп ваҡыт һәм көс һалған. Күреүебеҙсә, тырышлыҡ бушҡа китмәгән.

 

Фото: Рәсәй МЧС-ы Башҡортостан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәте; видеонан стоп-кадр (1-се фото) / Башинформ.

***

“Аманат” – MAКС-та  max.ru/amanatrb

Өфө спортсылары янғын һүндереү-ҡотҡарыу спорты беренселегенән еңеү менән ҡайтты
Өфө спортсылары янғын һүндереү-ҡотҡарыу спорты беренселегенән еңеү менән ҡайтты
Өфө спортсылары янғын һүндереү-ҡотҡарыу спорты беренселегенән еңеү менән ҡайтты
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас