

Өфө ҡыҙы Виктория Харичкова кадеттар араһында хәҙерге заман бишбәйгеһе буйынса Европа беренселегендә көмөш миҙал яулаған. Ярыш Португалияла үткән.
Виктория Харичкова Мәскәү ҡыҙы Яна Коновалова менән бергә эстафетала икенсе урынды яуланы, тип хәбәр Башҡортостан Спорт министрлығы.
Рәсәй бишбәйгеселәре Европа үҫмерҙәр чемпионатында сикләүҙәрҙе алып ташлағандан һуң беренсе тапҡыр ил флагы аҫтында сығыш яһаған.
Фото: Башҡортостан Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте / Башинформ.