+20 °С
Болотло
Спорт
16 Сентябрь , 06:14

Күмертау көрәшселәре донъя беренселегендә ҡатнашасаҡ

Күмертау спортсылары Илнар Абдрахманов менән Илназ Фазылов  ҡулланма ҡул һуғышы буйынса Рәсәй беренселегендә еңеү яулаған.

Күмертау көрәшселәре донъя беренселегендә ҡатнашасаҡКүмертау көрәшселәре донъя беренселегендә ҡатнашасаҡ
Күмертау көрәшселәре донъя беренселегендә ҡатнашасаҡ

Күмертау спортсылары Илнар Абдрахманов менән Илназ Фазылов  ҡулланма ҡул һуғышы буйынса Рәсәй беренселегендә еңеү яулаған.

Рәсәйҙең асыҡ беренселеге Мытищи ҡалаһында үткән.

Илнар 16-17 йәшлектәр араһында беренсе урынды алған, ә Илназ – 12-13 йәшлектәр төркөмөндә еңеүсе.

Яҡташтарыбыҙ Рәсәй йыйылма командаһына индерелгән һәм Төркиәлә үтәсәк донъя беренселегендә ҡатнашасаҡ.

Рәсәй беренселегендә Башҡортостандан Рамазан Фазылов (14-15 йәш), Данияр Сөйәрембитов (14–15 йәш), Арсений Семенов (16-17 йәш) һәм Дмитрий Михелев та (14-15 йәш) һынатмаған, улар өсөнсө урынды яулаған.

Йәш спортсылар “Дружба” клубында Георгий Согомонян етәкселегендә күнегә.

Фото: Лира Тереғолова / Көйөргәҙе район хакимиәте башлығының социаль селтәрҙәре / Башинформ.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас