

Башҡортостан көрәшселәре һуғыш оҫталығы буйынса Бөтә Рәсәй үҫмерҙәр уйындарынан ҙур еңеүҙәр менән ҡайтҡан. Анапала үткән абруйлы ярышта илдең 5000-ләп атлеты ҡатнашҡан.
Борай районы Борай ауылынан Илмир Нуртдинов билбаулы алышта абсолют чемпион булған.
Эльмира Таһирова һәм Нурия Миңнеғолова көмөш миҙалдар алған.
Асҡын көрәшселәре лә һынатмаған. Азамат Ғәлиев чемпионлыҡ яулаған. Искәндәр Ахунов көмөш миҙалға өлгәшкән. Йәмилә Усманова өсөнсө урын алған.
Билбаулы көрәш ярыштарында Башҡортостан командаһы дөйөм команда иҫәбендә беренселекте яулаған.
Фото: Рушан Гәрәев / Борай район хакимиәте башлығының социаль селтәрҙәре.
Фото: Динис Йосопов / Асҡын район хакимиәте башлығының социаль селтәрҙәре.