

Тиҙҙән Өфөнөң Гимнастика үҙәгендә спорт гимнастикаһы буйынса Рәсәйҙең ВТБ беренселеге үтәсәк. “Рәсәй спорты” дәүләт программаһына ҡараған был ярышта илдең төрлө төбәктәренән үҫмер йәштәр – 110 ҡыҙ һәм 130 егет – ҡатнашасаҡ.
Егеттәр – 23–28 сентябрҙә, ә ҡыҙҙар 1–6 октябрҙә көс һынаша.
Ярышта Хорватияла үткән Европа беренселеге еңеүселәре лә ҡатнаша.
Башҡортостандан ярышҡа Өфө һәм Стәрлетамаҡ спорт мәктәптәре тәрбиәләнеүселәре – Глеб Редькин, Мунхей Де, Камилла Әбдрәшитова, Диана Ускова, Арина Чанышева һәм Сафина Хәмәтдинова әҙерләнә.
Ярыш һөҙөмтәләре буйынса спортсылар Рәсәй йәштәр йыйылма командаһына инеү мөмкинлеген ала.
Сығанаҡ: Башҡортостан Спорт министрлығы.