

Нефтекама ҡалаһынан көрәшселәр Дамир Таһиров менән Айҙар Хәмиҙуллин грек-рим көрәше буйынса Рәсәй Кубогында тәүге урындарҙы алған.
Түбәнге Новгород өлкәһендә үткән Бөтә Рәсәй ярышында 42 килограмға тиклем ауырлыҡ үлсәмендә Дамир алтын миҙал яулаған.
48 килограмға тиклем ауырлыҡ үлсәмендә Айҙар көмөш миҙалға өлгәшкән.
Үҫмерҙәр грек-рим көрәше буйынса Рәсәй йыйылма командаһына һайлауҙы үткән. Улар Нефтекама спорт мәктәбендә Винер Мөрсәлимовта шөғөлләнә.
Фото: Эльнар Вәлидов / Нефтекама ҡала хакимиәте.