

Өфөнөң 164-се белем биреү үҙәге уҡыусылары “Йәштәр шиповкаһы” еңел атлетика дүртбәйгеһе буйынса Бөтә Рәсәй ярыштарында еңгән.
Турнир Сочи ҡалаһында үткән. 164-се белем биреү үҙәге командаһы, 1342 мәрәй йыйып, ҡала мәктәптәре араһында 1-се урынды алған.
Команда составында – Алина Хажиева, Арина Ғәбдрәҡипова, Афина Ханнанова, Амалия Аникеева һәм Татьяна Бырка. Команданы тренерҙар Гөлнара Кирәйева менән Арсен Кирәйев әҙерләгән.
Фото: Башҡортостан Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте.