

IBF Өфө боксеры Артур Собханғолов менән Куба боксеры Энди Крустың алышы буйынса һатыулашыу иғлан иткән.
Алыш буйынса һатыулашыу нимә була һуң ул? Боксерҙарҙың командалары осрашыу тураһында үҙҙәре һөйләшеп килешә алмаһа, IBF килеп ҡыҫыла. Донъя чемпионлығына дәғүә итеүселәрҙең – Собханғолов менән Крустың –вәкилдәре спортсыларҙың осрашыу урыны, ваҡыты, призлы фондты бүлеү, ойоштороусы тәғәйенләү тураһында байтаҡтан һөйләшеүҙәр алып бара, тик һаман уртаҡ фекергә килә алмай. Был эштәргә IBF биргән мөҙҙәт үтеп киткән, шуға хәҙер эште был ойошма үҙе дауам итәсәк. Һатыулашыуҙар барышында алышты ойоштороу, спортсылар араһында приз фондын бүлеү мәсьәләләре хәл ителәсәк. Промоутерлыҡ һатыулашыуы 20 октябргә тәғәйенләнгән.
IBF – International Boxing Federation, Халыҡ-ара бокс федерацияһы, 1983 йылда АҠШ-та ойошторолған. IBF 17 ауырлыҡ үлсәмендә чемпионлыҡ титулдарын бирә; боксерҙарҙың рейтингтарын төҙөп, ай һайын рәсми сайтында баҫтыра; титулдар өсөн алыштарҙы үткәреүгә рөхсәт бирә; боксты үҫтереү менән шөғөлләнә. IBF чемпионлыҡ билбауҙарын уңлы-һуллы таратып ултырмай, һәр үлсәмдә – бер генә чемпион. IBF профессиональ бокс өлкәһендә эшләгән WBC, WBA һәм WBO ойошмалары менән бергә донъя боксындағы “иң ҙур дүртәүҙе” хасил итә.
Артур СОБХАНҒОЛОВ – IBF версияһы буйынса еңел ауырлыҡ үлсәмендә донъя чемпионлығына дәғүәсе.
Энди КРУС – Кубанан олимпия чемпионы.
Крус менән Собханғолов 2019 йылда көс һынашҡайнылар инде. Крус еңгәйне, әммә алыш бик ныҡышмалы һәм тиң көрәштә үтеп, яҡташыбыҙҙың ҙур мөмкинлекле икәнен раҫлағайны.
Әгәр ул яңы алышта еңһә, IBF версияһы буйынса тулы хоҡуҡлы чемпион булып китәсәк һәм карьераһында яңы баҫҡысҡа күтәреләсәк.
Энди Крус менән һөйләшеүҙәрҙең уңышһыҙ үтеүенең төп сәбәбе – Артурҙың тренеры Мария Карабанова әйтеүенсә, Крус командаһының Рәсәйгә килергә теләүмәүендә. Ә беҙҙекеләр алышты Өфөлә үткәрергә тәҡдим иткән.
IBF һатыулашыуында беҙҙекеләр еңһә, Крус Өфөгә килергә тейеш була, тегеләр еңһә, Артурға Кубаға барырға тура киләсәк.
Быға тиклем Артур Собханғолов Рэймонд Мураталла менән осрашырға тейеш ине. Ул саҡта Мураталла – IBF донъя рейтингының беренсе юлында, Артур – икенсе, Крус өсөнсө юлды биләй ине. Әммә Муратлла, ауырлығы үҙгәреү сәбәпле, башҡа үлсәмле төркөмгә күсеп китте һәм шуға Артур менән алышманы. Хәҙер Артур рейтингтың беренсе юлында ҡалды.
“Өфө боксерының донъя чемпионы титулы өсөн алышҡа дәғүә итеү факты беҙҙең спорттың үҫешкән булыуын күрһәтә. Донъя чемпионы титулына алып барған был юлды беҙ, бик ҙур тырышлыҡ һалып, БР Бокс федерацияһы президенты Андрей Назаров ярҙамында үтә алдыҡ”, – ти Мария Карабанова.
Артур Собханғоловтың Энди Крус менән алышы, Карабанова билдәләүенсә, тарихи ваҡиғаға әйләнәсәк, сөнки бындай кимәлдәге бокс алыштары Рәсәйҙә күптән булғаны юҡ, һуңғыһы 10 йылдан ашыу элек үткән.
Артур Собханғолов кеүек донъя кимәлендәге спортсылар Башҡортостан спортын да күтәрә, балаларҙы, йәштәрҙе рухландыра.
Бокс һәм ҡатнаш алыштар (ММА) темаһын яҡтыртыусы Рәсәй интернет-порталы Аllboxing.ru Мария Карабанова менән интервью сығарған. Уның хәбәрсеһе тренерҙан, Собханғолов еңһә, был ваҡиғаның республикала йәш спортсылар өсөн ниндәй әһәмиәткә эйә булыры тураһында һорау биргән.
“Артур бөгөн беҙҙең залдарҙа күнегә, уның зргәһендә шөғөлләнгән йәштәр был юлдың ни тиклем оҙон булыуын, спортҡа башлап аяҡ баҫыу менән 20 йылдан чемпион титулына дәғүәсе булыу ихтималлығы араһында тәрән упҡын ятыуын әлегә аңлап та етмәй. Ләкин, минең уйымса, бер ваҡыт һәр береһе аңлар. Артур кеүек мөһим боксер булғанда республика етәкселеге лә, көйәрмәндәр ҙә, бокс менән шөғөлләнә башлағандарҙың бөтәһе лә нығына, бокс яратыусылар күбәйә бара. Ә бындай алыштар үткәндә... Беҙҙең был алышты үткәрергә ни тиклем әҙер булыуыбыҙ тураһында әйтәһегеҙ. Мин Рәсәйҙәге бокс кисәләрендә булам һәм беҙ уларҙан ҡалышабыҙ тимәҫ инем”, – тир яуап биргән Мария Юрьевна.
Мария КАРАБАНОВА (17.09.1986) йәштән кикбоксинг, бокс менән шөғөлләнә. Тренерлыҡ эшен 2006 йылда башлай, Рәсәй йыйылма командаһы өсөн бер нисә спортсы тәрбиәләй, РФ спорт мастерҙарын үҫтерә. Әле ул – Башҡортостандың бокс буйынса ирҙәр командаһының өлкән тренеры, Башҡортостан Бокс федерацияһының генераль директоры. Билдәле тәрбиәләнеүселәре – Артур Собханғолов, Дмитрий Носков, Магомед Хабриев. Артур бокс менән шөғөлләнә башлағанда Мария Юрьевна уны ҙур спортҡа, Рәсәй һәм Европа чемпионлығына алып килә. Бокс тренеры эшен, үҙе ҡатын-ҡыҙ булһа ла, ирҙәр эше тип һанай. Ауырлыҡтарҙы еңеү, яңы үрҙәргә өлгәшеү өсөн иң кәрәк нәмә – дәртләндереү (мотивация), ти Мария Карабанова. Өлкән тренер булараҡ та тәғәйенләнешен спортсыларҙы чемпионлыҡҡа әйҙәүҙә күрә.
Мария Карабанованы БР Бокс федерацияһының генераль директоры итеп тәғәйенләгән ултырышта федерация президенты Андрей Назаров былай тигәйне: “Дөйөм алғанда күренеш һәйбәт: Рәсәйҙең бокс буйынса йыйылма командаһына беҙҙең 19 спортсы инде. Ләкин был ғына етеп бөтмәй тип уйлайым. Ары хәрәкәт итергә, күберәк балаларыбыҙҙы һәм йәштәребеҙҙе спортҡа йәлеп итергә кәрәк. Хәҙергә шуны мөһим тип иҫәпләйем: секциялар һәм бүлексәләр булмаған урындарҙа – асырға, тренерҙарҙы күбәйтергә, уларҙы әҙерләүҙе яҡшыртырға һәм 2030 йылға бокс менән даими шөғөлләнгән спортсылар һанын 15 мең кешегә еткерергә кәрәк”.
Артур СРБХАНҒОЛОВ 1992 йылда Өфөлә тыуған. Рихард Зорге урамындағы 7-се мәктәпте тамамлай. 2015 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетының “ер төҙөлөшө буйынса инженер” специальносына уҡырға инә. Шунан ошо уҡ уҡыу йортонда механика факультетында аспирантура үтә. БАГСУ-ҙа магистратура тамамлай.
Боксҡа нисек килгән һуң ул? Артур үҫмер сағында насар компанияларға эләгеп, “насар эштәргә” уралып китә. Бер йәйҙә бокс секцияһына барырға була. Бокс уның тормошон ҡырҡа үҙгәртә. Урамды, алама дуҫтарҙы онота, секциянан, күнекмәләрҙән ҡайтып инә белмәй. Бокс менән 4-се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә шөғөлләнә. Тренеры 20 генә йәштәрҙәге Мария Карабанова була. Артурға был хәл бик йәпһеҙ күренә: нисек була инде ул, ҡатын-ҡыҙ тренер? Әммә бындай уйҙар тиҙ тарала, Марияның маҡсатҡа ынтылышлы булыуы, ныҡымышлығы, ҡатылығы еңә. Тренерҙы алмаштырыу уйы бер ҡасан да Артурҙың башына ла инеп сыҡмай.
Артур Собханғолов 2011, 2012 йылда – Башҡортостан чемпионы, 2012 – РФ Эске эштәр министрлығы чемпионатының бронза призеры, 2012, 2015 – Волга буйы федераль округы чемпионы, 2012 – Рәсәй чемпионы, 2015–2017 – Рәсәй чемпионаттарының көмөш призеры.
2021 йылдан – профессиональ спортсы. Азия һәм Европа чемпионы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры. Салауат Юлаев ордены кавалеры.
Быйыл яҙ билдәле тажик боксеры Баходур Усмоновты нокаутҡа ебәрҙе һәм бөтә донъяға танылды.
Ғаиләһенә килгәндә, 14 йәшлек улдары боксҡа йөрөй башлағас, ата-әсәһе имгәнеп ҡуйыр тип хәүефләнә, әлбиттә. Һуңынан күнәләр инде – ни хәл итәһең. Артурҙың Алина исемле игеҙәге бар. Артур 2016 йылда Нурия исемле ҡыҙға өйләнгән.
Фото: БР Спорт министрлығы сайтынан; Мария Карабанованың шәхси архивынан.