

13– 19 октябрҙә Төркиәнең Бурса ҡалаһында үткән донъя беренселеге финалында Шамил планетаның 52 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендәге иң көслө көрәшселәрен еңеп сыҡты.
Ун йыллыҡ күнекмәләр, һынмаҫ ихтыяр һәм характер — былар барыһы ла донъя кимәлендәге алтын миҙалға килтерҙе.
Гимназия үҙ чемпиондары менән ғорурлана! Был еңеү — Шамилдың ғына түгел, уның тренерының, ата-әсәһенең һәм «Гепард» спорт клубы командаһының ҡаҙанышы.
Фото: 20-се ҡала башҡорт гимназияһы / ВК.