-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
10 Ғинуар 2024, 13:35

Мөғжизәле башҡорт урманы!

Башланғыс синыфтарҙа уҡығанда олата­йым менән бергә урман-ҡырҙар гиҙергә ярат­тым. Бигерәк тә ҡыш көндәрендә. Саңғыларыңды тағып алаһың да... Әйҙә елдер!

Мөғжизәле башҡорт урманы!
Мөғжизәле башҡорт урманы!

Башланғыс синыфтарҙа уҡығанда олата­йым менән бергә урман-ҡырҙар гиҙергә ярат­тым. Бигерәк тә ҡыш көндәрендә. Саңғыларыңды тағып алаһың да... Әйҙә елдер!
Баш әйләндергес саф һауа, тынлыҡ. Хатта үҙеңден йөрәгең тибеше ишетелә. Ҡолаҡтарҙа туҡтауһыҙ ниҙер сеңләп тора кеүек. Ә инде йоҡомһорап торған урманға барып инһә-ә-ң! Хас та тылсымлы әкиәт донъяһы. Беҙҙә ҡышлаған турғайҙар сырҡылдашыуы, тумыртҡа туҡылдауы, ҡоҙғондоң ҡорҡолдауы тынлыҡты боҙа, әммә ҡышҡы урманға йәм өҫтәй. Әллә ҡайҙа трактор гөрөлдәй, һи­рәк-һаяҡ эт ләүкелдәгәне ишетелеп ҡуя. Шау-шыулы баш ҡалабыҙҙан ялға ҡайт­ҡанымда әле лә йөрөп урайбыҙ һағындырған ерҙәребеҙҙе.
Бер барғаныбыҙҙа ғәләмәт ҙур тубырсыҡ өйө­мөнә тап булдыҡ.
— Бына был тумыртҡаның эше, — тине олатайым. — Дәү сыбар тумыртҡа шулай тырыша.
— Ә ни өсөн шул ҡәҙәре күп итеп өйә һуң ул тубырсыҡты? — тип аптырайым.
— Соҡоп, эсендәге емен ашай. Ҡыш көнө уға туҡланырға башҡа ризыҡ юҡ бит.
Ҡыҙыҡ күреп, тубырсыҡтарҙың береһен ҡулыма алдым. Ысынлап та, ул йәмһеҙ итеп соҡолған ине. Ялбырап тора. Усыма ҡағып ҡарағайным, ике-өс бөртөк ҡанатлы орлоғо килеп төштө.
— Быларын, ана, күрәһеңме, бәләкәс кенә ҡарабаштар сүпләп йөрөй. Улар һәр ваҡыт тумыртҡа тирәһендә урала. Тубырсыҡтың емен соҡоп алырға үҙҙәренең хәленән килмәй. Бигерәк мөсһөҙҙәр. Ә тумыртҡа ағайҙарының суҡышы осло, үҙе ҡеүәтле, бәләкәс дуҫтарына емде әҙерләп бирә, тип әйтергә була. Яҙғылыҡҡа, серек ағастарҙы тишеп, уларға оя ла яһап ҡуя. Шулай файҙалы ҡош ул тумыртҡа. Уның урман санитары икәнен үҙең дә беләһең.
— Эйе, уҡығаным да, ишеткәнем дә бар.
— Бына уның “станогы”.
Ботаҡтары тарбайышып ҡатҡан ҡоро уҫаҡ янына килдек. Унда, ысынлап та, йәтеш кенә уйым эсендә тубырсыҡ ҡыҫтырып ҡуйылған ине.
—Эх, күрергә ине тумыртҡаның нисек эшләгәнен,— тинем, ҡыҙығып.
— Хәҙер күрербеҙ уныһын да.
Алыҫ булмаған ҡыуаҡтар артына боҫтоҡ. Шуны ғына көткәндәй, тумыртҡабыҙ килеп тә етте. Оҙаҡламаны. Ул башта, саңҡ-саңҡ итеп, тауыш­ланып, ян-яғына ҡаранып ултырҙы. Саңғы эҙҙәренән шикләнә ине, шикелле. Әллә риза­һыҙ­лыҡ белдерәме? Биләмәһенә рөх­сәт­һеҙ баҫып ингәнебеҙ өсөн. Шулай ҙа, беҙҙең зыянһыҙ икәнде күреп, тыныслана төштө.
Сос ҡына кәйелеп, эргәләге ҡарағайҙан бер тубырсыҡты өҙөп алды ла, әлеге “стано­гы­на” килтереп ҡыҫтырҙы. Уның шундай йәп­ле, үҙ эшен белеп эшләгәненә һоҡланып торҙом. Шул арала юлдаштары — ҡарабаш­тар ҙа йыйылып китте. Сыр-сыу килеп, улар осоп төшкән емдәрҙе сүпләргә тотондо. Низағлашып та алғылайҙар. Ҡарап торһаң, бер мәҙәк инде.
Ана шундай мөжизә ул беҙҙең башҡорт урманы!
Ләйлә Нөғәмәнова,
“Аманат”тың йәш хәбәрсеһе,
Рәми Ғарипов исемендәге
1-се Башҡорт республика гимназия-
интернаты уҡыусыһы.

Мөғжизәле башҡорт урманы!
Мөғжизәле башҡорт урманы!
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: