-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
30 Ғинуар 2024, 14:10

Балыҡтар ҡышты нисек үткәрә?

Боҙ һәм ҡар ҡатламы аҫтында ҡалған йылға-күлдәргә ҡарап, балыҡтар хаҡында уйланғанығыҙ бармы? Балыҡ ҡармаҡлау тураһында түгел, ә балыҡтарҙың ҡышты нисек үткәреүҙәре хаҡында. Күҙ алдына ғына килтереп ҡарағыҙ әле: һыу һыуыҡ, кислород етешмәй, һыу үләндәре серей, боҙ аҫтында ҡараңғы, Ҡояш нуры төшмәй, етмәһә, көндәр ҙә ҡыҫҡа. Шарттар яҡшыларҙан түгел.

Балыҡтар ҡышты нисек үткәрә?
Балыҡтар ҡышты нисек үткәрә?

Боҙ һәм ҡар ҡатламы аҫтында ҡалған йылға-күлдәргә ҡарап, балыҡтар хаҡында уйланғанығыҙ бармы? Балыҡ ҡармаҡлау тураһында түгел, ә балыҡтарҙың ҡышты нисек үткәреүҙәре хаҡында. Күҙ алдына ғына килтереп ҡарағыҙ әле: һыу һыуыҡ, кислород етешмәй, һыу үләндәре серей, боҙ аҫтында ҡараңғы, Ҡояш нуры төшмәй, етмәһә, көндәр ҙә ҡыҫҡа. Шарттар яҡшыларҙан түгел.
Ҡышты имен-аман үткәреп ебәреү өсөн балыҡтарға һыуҙың физик үҙенсәлектәре ярҙам итә. Был үҙенсәлек ҡыш буйына һыу ятҡылыҡтарында 40-60 см тәрәнлектә — +2°С, 1 м тәрәнлектә — +4°С, ә аҫтараҡ тағы ла юғарыраҡ температура тотоуға килтерә.
Балыҡтар — һыуыҡ ҡанлы йән эйәләре. Тирә-яҡ мөхиттең температураһына ҡарап үҙҙәренең тән температураһын да көйләй ала улар. Һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, ҡан әйләнеше лә туҡтамай, сөнки балыҡтың ҡанында антифриз рәүешле эшләгән махсус аҡһымдар — гликопротеиндар бар.
Шуға ҡарамаҫтан, ҡышҡы һынауҙар алдынан балыҡтарҙың көнкүреше ныҡ үҙгәрә. Һәр балыҡ төрө ҡышты үҙенсә үткәрә. Мәҫәлән, йылы яратҡан балыҡтар: һаҙан (карп), ҡорман (лещ) һәм ҡарабалыҡ (линь) көҙ аҙағында һыу ныҡлап һыуына башлау менән, өйөрҙәргә тупланып, тәрәнерәк урындарға — ҡышлау соҡорҙарына (зимовальная яма) юллана. Бындай соҡорҙарҙың иң тәрән ерен эре балыҡтар биләһә, өҫкө өлөшө ваҡтарға әлегә. Соҡорҙоң тәрәнлегенә ҡарап, бер соҡорҙа меңгәсә балыҡ ҡышлай ала.
Ауырлыҡ һәм тығыҙлыҡ аҫтағы балыҡ­тар­ҙы баҫа, хатта уларҙың оҙаҡ ятыуҙан тәндәре боҙолоуы мөмкин.
Уртаса өс айға һуҙылған ҡышлау осорона балыҡтар анабиоз хәлендә була, йәшәү процесстары бөтөнләй туҡтай тиерлек, тик йәй буйына йыйылған һаҡламдарҙы ғына ҡулланалар. Шулай уҡ йылы тотоу һәм йыртҡыстарҙан һаҡланыу өсөн тәндәре ҡалын һәм үҙенсәлекле еҫле лайла менән ҡаплана.
Табан (карась) һәм эт (вьюн) балыҡтары иһә, тәлмәрйендәр кеүек ләм-ҡомға күмелеп, ҡышҡы йоҡоға талалар. Ә бына һай һыулы күл-быуаларҙа көн иткән, ҡый балыҡ булып һаналған олобаш балыҡтың (ротандың) бөтөнләй боҙға туңып, үле хәлдә тиерлек ҡышлауы мөмкин. Көн йылыныу менән ул яңынан терелә.
Алабуға (окунь), суртан (щука) һәм һыла балыҡ (судак) кеүек йыртҡыс балыҡтарға ҡыш ныҡлап тәҫьир итмәй. Һыуыҡ һәм ҡараңғы булыуға ҡарамаҫтан, ғәҙәти тормош алып барған сабаҡ (плотва), ялтыр сабаҡ (верховка), этеш балыҡ (ерш), бәшкәләй (уклейка), ҡыҙылғанат (краснопёрка) кеүек балыҡтарға һөжүм итә улар. Йәйен (сом) кислород етеш булған урындарҙа — һыу төбөндәге ҡалҡыу урындарҙа ҡышлай.
Ҡыш көндәрен түҙемһеҙлек менән көтөп алған балыҡ та бар. Уның исеме — шамбы (налим). Һыуыҡ һыулы урындарҙы үҙ иткән был балыҡ йәй көнө иң тәрән урындарҙа көн итә. Һыуҙың температураһы +15°С булғанда уның әүҙемлеге кәмей, ә +27°С булһа, ул бөтөнләй һәләк була. Нәҡ ҡыш башланыу менән шамбының әүҙем туҡланыу һәм ыуылдырыҡ сәсеү мәле башлана. Республикабыҙҙың ҡайһы бер һыу ятҡылыҡтарында осраған сөгә (сиг) балығының көнкүреше лә ҡышҡыһын әүҙемләшә.
Ҡышҡыһын балыҡтарға беҙ ҙә ярҙам итә алабыҙ. Был ваҡытта улар кислород етешмәүҙән ыҙа сигә. Шунлыҡтан уларға һауа етһен өсөн боҙҙа мәкеләр уйырға кәрәк.
Азамат Байрамғәлин

Фото: Асыҡ интернеттан алынды.

Балыҡтар ҡышты нисек үткәрә?
Балыҡтар ҡышты нисек үткәрә?
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: