-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
30 Декабрь 2024, 12:59

Урман ҡунағының мажаралары

Татарстандың Аҡтаныш районынан Ағиҙелде йөҙөп сығып Башҡортостанға килеп сыҡҡан марал боланы әле ҡайҙа, нисек йән аҫрай икән? Был маралды август аҙағында иң беренсе Илеш районы Груздевка ауылы эргәһендә күрәләр.

Урман ҡунағының мажаралары
Урман ҡунағының мажаралары

Башҡортостан Экология министрлығының Нефтекама хеҙмәте баш белгесе-эксперты Айҙар Сөләймәнов һөйләүенсә, Башҡортостандың был төбәгендә марал боландары юҡ, шуға ул күрше республиканан килеп сыҡҡандыр тип фараз ителә. Белгес билдәләүенсә, хайуанҡай ҡулға эйәләштерелгәнгә оҡшай, сөнки кешенән бөтөнләй ҡурҡмай. Саҡырһаң, эргәгә килә. Бәлки, уны берәйһе үҙ хужалығында законһыҙ  аҫрағандыр. Бының өсөн енәйәт яуаплылығы ҡаралған, шуға уны хужаһы эҙләп тормағандыр.

Тиҙҙән болан Дүртөйлө районы Әңгәсәк ауылына килә. Бер һарайға һыйырҙар эргәһенә барып инә. Уны күреп, хужаның ҡото оса. Саҡ ҡыуып сығара.

Маралдың мажаралары дауам итә. Уны Дүртөйлө районының Сарлаҡ, Арғыш ауылдарында күрәләр. Хайуанҡай йонсоған, ябыҡҡан, көсһөҙләнгән була. Шул саҡ уны фермер Илшат Хөснөтдинов осрата. Дөрөҫөрәге, ауылдаштары уға боланды үҙенә алып торорға тәҡдим итә, сөнки уны браконьерҙар йә йыртҡыс хайуандар харап итер тип хәүефләнә.

Фермер һыйыр малы үрсетә, уның һарайында урман ҡунағына ла урын табыла. Матур, һомғол боланға Красавчик тип исем ҡушалар. Вольерҙа йылы, аҙыҡ мул, шулай итеп, марал рәхәткә сыға. Туя ашағас, ит ҡунып, тағы ла күркәмләнеберәк китә.

Артабанғы яҙмышы нисек булыр? Һәйбәт булыр, сөнки Илшат Әнәс улы маралды аҫрауға рөхсәт алырға йыйына.

Сығанаҡ: Башинформ.

Урман ҡунағының мажаралары
Урман ҡунағының мажаралары
Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: