-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
24 Апрель , 15:45

Һайыҫҡан

Һайыҫҡан (һауыҫҡан, һайыҫҡаҡ) (урыҫса — сорока, латинса — pica pica, инглизсә — magpie) — ҡарғалар ғаиләһенән булған оҙон ҡойроҡло ҡош.

Һайыҫҡан
Һайыҫҡан

Донъяла барлығы 12 млн пар тирәһе һа­йыҫҡан иҫәпләнә. Улар Евразияла, Төньяҡ-­Көнбайыш Африкала һәм Төньяҡ Америкала көн итә. Йәмғеһе 12 ярымтөргә бүленәләр. Рәсәйҙең Европа өлөшөндә, тундра, асыҡ дала, урманһыҙ тауҙар һәм ҡомлоҡтарҙан тыш башҡа ерҙәрҙә күҙәтелә.
Ултыраҡ ҡош. Ҡышҡылыҡҡа, йылына ҡарап, төньяҡтан көньяҡҡа, бейек тауҙарҙан түбәнерәк күсенәләр. Башҡортостанда киң таралған ғәҙәти ултыраҡ ҡош. Ҡыш көнө кеше торлағы эргәһендә йыш күҙәтелә, туптарға туплана.
Һайыҫҡанды башҡа ҡоштар менән бутау мөмкин түгел. Кәүҙәһенең оҙонлоғо — 44-48 см, ҡанаттарының ҡоласы — 52-60 см, ауырлығы — 180-280 г.
Кәүҙәһе, арҡаһы, ҡанаттары һәм ҡойроғо йәшкелт ҡара, ҡорһағы, яурындары аҡ. Ата ҡош инәнән эрерәк, төҫө менән айырылмайҙар. Суҡышы һәм аяҡтары ҡара. Күҙҙәре ҡара көрән. Йәш ҡош­тарҙа ҡара төҫ тоноғораҡ, кәүҙәһенең аҫҡы өлөшө аҡһыл көрән.
Һайыҫҡан ерҙән яҡшы йөрөй. Осошо тулҡынлы, ҡанаттарын йыш-йыш ҡаға, ҡойроғон елпеүес кеүек киңәйтә. Яңғырауыҡлы итеп шыҡырлай йә “ҡыййҡ-ҡыййыҡ” тип ҡысҡыра. Әйтеүҙәренсә, һайыҫҡанды һунарсылар яратмай, сөнки урманда кешенең күренеүе менән был ҡош бар урманға ҡысҡырып яр һала.
Был ҡош һирәк ағаслы урмандарҙа, ҡыуаҡ­лыҡтарҙа, туғайҙарҙа, кеше торлағы эргәһендә төпләнә. Урманда ояһы ерҙән 2 м бейеклектә, ағас йә ҡыуаҡ башында, ҡала-­ауыл эргәһендә кәмендә 20 м бейеклектә ҡорола. Электр линияларының бағана баштарында ла оя ҡора.
Моногам ҡош. Яҡынса апрель баштарынан ҡарығыу осоро башлана. Ояны ҡуйы ботаҡтар араһында ҡоро сыбыҡтарҙан төҙөй. Хатта тимерсыбыҡ ҡалдыҡтарынан эшләнелгән һайыҫҡан оялары була. Ояны эстән балсыҡ менән һылай, төбөнә йөн, ҡоро үлән түшәй.
Инә ҡош көрән таптар менән сыбарланған 5-7 бөртөк зәңгәрһыу йәшкелт йомортҡа һала һәм уларҙы 21 көнгәсә баҫа, был ваҡытта ата ҡош уны ашата.
Ҡошсоҡтар мамыҡһыҙ, һуҡыр булып донъя­ға килә. 24 көндән осорға өйрәнә һәм ояларын ҡалдыра. Көҙгә тиклем ҡошсоҡтар ата-әсәһе янында була. Йылына бер тапҡыр тоҡом ҡалдыралар.
Һайыҫҡан бөжәктәр, ваҡ йәнлектәр, орлоҡ-еләк, емтек, кеше ташланған аҙыҡ менән туҡлана. Үҙенә аҙыҡ һаҡламы эшләй. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, ҙур файҙа килтерһә, ваҡ ҡоштарҙың ояларын, ҡошсоҡтарын ҡырып, зыян да итә.
Һайыҫҡан уртаса 15 йыл тирәһе йәшәй. Хәтере яҡшы, ҡарға ғаиләһендәге башҡа ҡоштар кеүек, аҡыл яғы ла үҫешкән.

Азамат Байрамғәлин.
Автор фотоһы

Автор: Азамат Байрамғәлин
Читайте нас