Уларҙың береһе — һеләүһен. Беҙҙең халыҡ борондан был йәнлектең аҡылына, йылғырлығына һоҡланған. Тағы ла уның насар көстәрҙе ҡыуыуына ышанған. Һеләүһендең аҙау тештәре, тырнаҡтары бетеү (оберег) итеп файҙаланылған. Был кейектең сифаттарына эйә булһын тип, улдарына "Һеләүһен" тип исем ҡушҡандар. Шулай итеп, йорт бесәйенең урмандағы яҡын туғаны — һеләүһен менән танышабыҙ был һанда.
Һеләүһен (русса — рысь, латинса — felis lynx) — Евразияла һәм Төньяҡ Америкала таралған кейек януар. Рәсәйҙә уның төп популяцияһы Себерҙә тупланған. Башҡортостанда урманлы бөтөн райондарҙа ла йәшәй. Ҡатнаш һәм киң япраҡлы урмандарҙы үҙ итә. Кешегә һирәк осрай.
Аҙыҡ юллап, бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөй, шунлыҡтан айырым биләмәләге был йыртҡыстарҙың һанын теүәл генә әйтеп булмай.
Бер һеләүһен яҡынса 100 квадрат саҡырым майҙанда көн итә, көнөнә 30 саҡырым юл үтә ала. Көньяҡ Урал ҡурсаулығында ҡырҡҡа яҡын һеләүһен иҫәпләнә. Һаҡ тормош алып бара. Оҙаҡ йылдар ҡурсаулыҡта дәүләт инспекторы булып эшләгән ағайҙар: "Был йәнлекте эҙҙәре буйынса ғына танып беләбеҙ, ә үҙен күргән юҡ", — тип яуапларҙар ине. Ә үҙемә иһә иртә таңда, Инйәр — Белорет юлындағы Бирҙеғол ауылын уҙғас, йыраҡта юл аша сығып барған һеләүһендең шәүләһен генә күрергә насип булды.
Һеләүһен — бик матур йәнлек. Кәүҙә оҙонлоғо 110 см-ға тиклем, бейеклеге 70 см-ға етә, ауырлығы уртаса 17 кг тирәһе. Ата һеләүһендәр 30 кг-ға етергә мөмкин. Инә һеләүһен күпкә вағыраҡ. Кәүҙәһе менән сағыштырғанда башы бәләкәй, йоморо. Мороно ҡыҫҡа, сикә һаҡалы бар. Муйыны ҡыҫҡа, күҙҙәре ҙур. Ҡолаҡтары киң, остарында оҙон "бумала"һы бар. Был ҡолаҡ суҡтары алыҫтағы төрлө тауыштарҙы "эләктерергә" ярҙам итә. Ҡойроғо ҡыҫҡа. Аяҡтары оҙон, көслө, ағас башына йылғыр үрмәләргә яҡшы яраҡлашҡан. Тырнаҡтары осло, эскә батып бөгөлгән. Тәпәйҙәре киң, бармаҡтары ярылар менән тоташҡан. Ошо арҡала һеләүһен ҡыш көнө ҡар өҫтөндә иркенләп йөрөй ала.
Ҡышҡы йөнө йомшаҡ һәм ҡуйы. Шунлыҡтан һунар объекты булып һанала. Йөнөнөң төҫө тоноҡ күкһел һарынан көрәнһыу ҡыҙылға тиклем. Был төбәк иткән тәбиғәт, үҫемлектәр ҡатламы менән бәйле. Арҡаһында, күкрәгендә, аяҡтарында ҡара таптар бар. Ошо таптар уға "камуфляж" төҫлө йәшеренергә ярҙам итә.
Һеләүһендең өңө бейектә урынлаша. Уны ҡая ярығында, бәләкәй мәмерйәлә, бейек ағастағы ҡыуышта яһай. Бындай шарттар булмаһа, ергә йығылған ағас ҡыуышында, ағас тамырҙары араһында ла "йорт" таба. Үҙенә ҡараған биләмәлә һеләүһен үҙенә 2-3 өң әҙерләп ҡуя.
Һеләүһен — полигам йәнлек. Ғүмеренең икенсе яҙына енси яҡтан өлгөрә. Бесәйҙәр кеүек, һеләүһендәр ҙә март айында үҙҙәренә иш эҙләй башлай. Төрлө тауыштар сығаралар, ата йәнлектәр инә һеләүһен иғтибары өсөн талаша. Еңеүсене инә һеләүһен ҡабул итһә, бер-береһенең йөнөн ялайҙар.
Инә һеләүһен 64-70 көн дауамында ауырлы була. 2-3 бала таба, улар һуҡыр һәм һаңғырау булып донъяға килә. Бәләкәстәрҙең ауырлығы 300 г-дан артмай. Ике аҙна үтеүгә күҙҙәре асыла. Бер ай дауамында әсә һөтө менән туҡланалар.
Бала тәрбиәләүҙә һеләүһендәрҙең икеһе лә ҡатнаша. Балалар киләһе яҙ башына тиклем әсә ҡарамағында ҡала. Һеләүһендең уртаса ғүмер оҙонлоғо — 15 йыл.
Һеләүһен күбеһенсә эңерҙә һәм төндә әүҙем була. Бейеклеккә яҡшы үрмәләй, һыуҙа яҡшы йөҙә. Табышына ағас башынан һикерә йә ерҙәге ағас, таштар артынан һөжүм итә. Һөжүм яһағанда 4 м-ға тиклем һикерә һәм 80 м-ға тиклем йүгерә ала. Ваҡ кимереүселәр, ҡуяндар, ҡоштар, ҡайһы берҙә ҡоралай-ҡабандар менән туҡлана. Оло һеләүһенгә бер ҡуян бер тәүлеккә етә. Ҡоралайҙы тамаҡлауҙы дүрт көнгәсә һуҙыуы мөмкин. Аҙыҡ һаҡламы эшләй, табышын ергә йә ҡарға күмә.
Азамат Байрамғәлин.