Бала саҡта кәзә һаҡалының һабағын ашай торғайныҡ. Ә һеҙ?
Был үләндең һабағы, япрағы, сәскәһе лә шифалы. Бәүел ҡыуҙырыу өсөн, йүтәлдән, үпкә ҡабарғандан эсәләр. Салатҡа шәп. Япрағында С витамины күп. Бал ҡорттары һутлы сәскәһен ярата.
Был үҫемлектең орлоғо ҡырмыҫҡа йомортҡаһына оҡшап тора, шуға уны ҡырмыҫҡалар ояларына ташып бөтә икән. Шулай итеп, үҫемлектең таралыуына булышлыҡ итәләр. Бына бит ул тәбиғәт нисек көйләнгән!
"Шүлгәнташ" ҡурсаулығы фотолары.
Башинформ мәғлүмәттәренән.