-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
3 Июнь , 11:50

Керелдәк сөрәгәй

Керелдәк сөрәгәй (сүрәгәй, сөрәкә өйрәк) (урыҫса — чирок-трескунок, латинса — anas querquedula, инглизсә —garganey) — йорт өйрәгенән бәләкәйерәк ҡош.

Керелдәк сөрәгәй
Керелдәк сөрәгәй

Донъяла яҡынса 92 мең пар тирәһе керелдәк сөрәгәй иҫәпләнә. Евразияла урман тундраһынан алып көньяҡҡа ҡарай урман һәм дала бүлкәтендә таралған. Ареалының көньяғында күп һанлы, ярҙары асыҡ йылға-күлдәрҙә көн итә. Күсмә ҡош. Ҡыш көндәрен Урта Африка һәм Көньяҡ Азия биләмәләрендә үткәрә.
Сөрәкә өйрәктең кәүҙә оҙонлоғо — 37-41 см, ҡанаттарының киңлеге — 60-63 см, ауырлығы — 260-470 г. Ата өйрәктәр ауырыраҡ.
Яҙғыһын ата ҡоштоң башы ерән-һыу көрән. Күҙе тирәләй киң аҡ һыҙыҡ үтә. Түше, һырты, ҡанаттары ҡара сыбарлы ҡуйы көрән, ҡойроғо, ҡанаттарының осо ҡара төҫтә була. Инә ҡоштоң һырты ҡара буй һыҙыҡлы көрән, ҡорһағы ҡара таплы аҡһыл һоро, суҡыштары һәм аяҡтары ҡара һоро була. Көҙгө ата сүрәгәйҙәр инә ҡоштарға оҡшаш.
Ә йәш ҡоштарҙың иһә башы асыҡ төҫтә. Суҡыштарында ҡара таптар булмай. Ҡошсоҡтар аҡһыл-һары мамыҡ менән ҡапланып донъяға килә. Баштарының ике яғынан ҡара таптар була.
Ата ҡоштоң “керр-крерр” тигән тауышы башлыса яҙғыһын яңғырай. Инә өйрәктең быжҡылдауы һыҙғыраҡ сөрәгәйҙең тауышына оҡшаш.
Керелдәк сөрәгәй яры үҫемлектәргә бай йылға һәм күлдәрҙә төпләнә. Йылы яҡтарҙан башҡа ҡыр өйрәктәренән һуңыраҡ, май башында ҡайта.
Ояһы ерҙә, һыуҙан йыраҡ, үлән араһындағы бейегерәк ҡоро урында урынлаша. 8-10 бөртөк һарғылт-аҡ йомортҡа һалып, инә ҡош 21-23 көн дауамында уларҙы баҫа. Ҡошсоҡтар ояларын иртә ҡалдыра. Йомортҡанан сығыуҙарына 35-40 көн тулыу­ға осорға өйрәнәләр.
Августың икенсе яртыһында — сентябрь башында йылы яҡтарға юлланалар.
Сүрәгәй башлыса һыу бөжәктәре, ҡусҡарҙар, һыу үҫемлектәренең тамырҙары менән туҡлана.
Ҡырағай тәбиғәттә өйрәктәрҙең ғүмере күп шарттарға бәйле. Керелдәк сөрәгәйҙе лә ите өсөн аулайҙар. Баҫыу эштәрендә, бесән әҙерләү ваҡытында күп өйрәктәрҙең оялары туҙҙырыла. Шулай ҙа 25 йәшкә тик­лем ғүмер иткән сөрәкә өйрәк билдәле.

Автор: Азамат Байрамғәлин
Читайте нас