-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
15 Август , 11:36

Өфө уҡыусыһы йәш экологтар ярышына йыйына

“Сириус” федераль биләмәһендә 13–20 сентябрҙә Экология буйынса халыҡ-ара олимпиада үтәсәк. Рәсәй йыйылма командаһы составына Башҡортостан исеменән Өфөнөң 93-сө физика-математика лицейының 10-сы синыф уҡыусыһы София Салангина ингән.

Өфө уҡыусыһы йәш экологтар ярышына йыйына
Өфө уҡыусыһы йәш экологтар ярышына йыйына

Интеллектуаль ярыш йәштәрҙең иғтибарын көнүҙәк экология проблемаларына һәм уларҙың сиселешенә йәлеп итеүгә йүнәлтелә. Ул ике турҙан үтә: теория (шәхси һәм команда) һәм практика (ялан шарттарында һәм лабораторияла).

София Салангина конкурстың этаптарында (портфолио, инглиз телендә рухландырғыс хат, рус һәм инглиз телдәрендә әңгәмәләшеү) юғары күрһәткестәр менән айырылып торған.

София – экология буйынса Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының йомғаҡлау этабы еңеүсеһе, Рәсәй менән Беларусь йәш экологтарының  “Экологияға сиктәр юҡ” слеты призеры, экология ирекмәне.

Уңышлы сығыштар һиңә, София!

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас