Салауаттағы 18, 19, 20-се мәктәптәрҙең 4–7-се синыф уҡыусылары уйын кеүек итеп үткәрелгән был саралар барышында сүп-сарҙы айырым йыйыуҙың мөһимлеген аңланы. Балалар өйҙәрендәге сүп биҙрәһенә ташлаған ҡалдыҡтар тураһында быға тиклем баштарына ла инеп сыҡмаған нәмәләрҙе белеп ҡалды. Планета байлыҡтары сикһеҙ түгел, тотонолған нәмәләрҙе ҡабаттан эшкәртеү ер аҫты һәм ер өҫтө хазиналарын һаҡлай. Ошо хәҡиҡәтте һәр бала сабый сағынан уҡ төшөнөп үҫһен ине.
– Кеше булыу бәләкәй саҡтан башлана. Нәҡ бала саҡта изгелек орлоҡтары сәселә. Беҙ, өлкәндәр, бәләкәй кешеләрҙең йөрәгенә сәскән орлоҡтарға уларҙың ниндәй булып үҫеүе бәйле. Беҙҙең бурыс – тәбиғәттең һаҡлауға һәм яҡлауға мохтажлығын, уның баһалап бөткөһөҙ хазина икәнлеген балаларға аңлатыу, – ти ойоштороусылар.
Мәктәптәрҙәге саралар Экологик белемдәр аҙналығы барышында, “Экологик именлек” милли проекты сиктәрендә үтте.
Сығанаҡ: БР Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы.