Донъяла яҡынса 17 млн пар ҡыр турғайы иҫәпләнә. Был ҡоштарҙың Евразияла барлығы 10 ярымтөрө билдәле.
Кеше тарафынан Австралияға, Индонезияға, Төньяҡ Америкаға индерелгән. Европала 60° бүлкәттән һуң төньяҡҡа ҡарай таралмаған. Ә Рәсәйҙең Европа өлөшөндә иһә урыны менән субарктик бүлкәтендә лә осрай. Башҡортостанда киң таралған ултыраҡ ҡош.
Көҙгө-ҡышҡы осорҙа төньяҡта йәшәгән ҡыр турғайҙары — көньяҡҡа, ә бейек тауҙарҙа осрағандары түбәнерәк ерҙәргә күсенә.
Ҡыр турғайы йорт турғайы ҙурлығында, әммә уның менән сағыштырғанда һомғолораҡ. Кәүҙә оҙонлоғо — 14-16 см, ауырлығы — 15-30 г. Арҡаһы, ҡанаттары, ҡойроғо һоро төҫтә. Күкрәге һәм ҡорһағы аҡһыл. Башы асыҡ көрән, тамағында һәм сикәләрендә ҡара таптар урынлашҡан. Муйыны ҡыҫҡа, башы йомро.
Йәш ҡоштарҙың ҡыуырһындары тоноғораҡ. Йәштәрҙә оло ҡоштарҙа осраған барлыҡ ҡара төҫ ҡара һоро менән алышынған. Суҡыштарының ҡырҙары һары.
Ҡыр турғайының тауышы йорт турғайына оҡшаш булһа ла, йыры бер аҙ яңғырауыҡлы. “Сыр-сырр” итеп сырылдай.
Был ҡоштоң осошо еңел, бер аҙ тулҡынлы, ҡанаттарын тиҙ ҡаға.
Ҡыр турғайы ҡара урман, тауҙарҙан алып далаларға, ярымсүллектәргә тиклем таралған. Ләкин күп һанлылығы буйынса антропоген, йәғни кеше тарафынан үҙгәртелгән ландшафттарҙа йәшәгәндәре айырылып тора.
Был ҡош башлыса ауыл, ҡала ситтәрендәге ағаслыҡтарҙа, урмандарҙа, баҫыуҙарҙа йәшәй.
Моногам ҡош. Парлап йә төркөмләп, бер-береһенә яҡын итеп оя ҡоралар. Оялары ағас ҡыуыштарында, өңдәрҙә, ҡыйыҡ аҫтарында, тәҙрә баштарында, сыйырсыҡ ояларында осрай. Ояһын үләндән төҙөй, йөн, мамыҡ менән йылыта. Инә ҡош ҡара төрткөлө аҡ йә һорғолт 3-6 бөртөк йомортҡа һала. Инә һәм ата ҡош алмашлап 11-14 көн дауамында баҫа. Ҡошсоҡтар 15-20 көндән оса башлайҙар. Йылына 1-2 тапҡыр бала сығаралар.
Был ҡоштоң уртаса ғүмер оҙонлоғо 5-7 йыл тәшкил итә.
Ҡыр турғайы орлоҡтар, еләк-емеш, бөжәктәр, уларҙың йомортҡалары, ҡарышлауыҡтар менән туҡлана. Яҙ-йәй айҙарында зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, ҙур файҙа килтерә. Көҙгөһөн игенгә зыян итә. Ҡыш көндәрен, туптарға берләшеп, аҙыҡ эҙләп үткәрәләр.
Ҡышлаусы ҡоштарға сатнама ҡышҡы һыуыҡтарҙы, ажғырып торған бурандарҙы үткәреп ебәреү еңел түгел. Шуға күрә, тағараҡтар эшләп, был ҡоштарҙы даими рәүештә туҡландырып тороп, тәбиғәтебеҙгә ярҙам ҡулы һуҙайыҡ, дуҫтар!