"Сәскәлар" һәм "Ҡышлаусы ҡоштар" тип аталған ике төркөмгә буленеп, уҡыусылар төрлө ярыштарҙа көс һынашты: тәбиғәт күренештәре, ҡоштар тураһында йомаҡтар ҡойҙо, ребустар, кроссвордтар систе, экологик терминдарҙың мәғәнәләрен аңлатты, бирелгән һүҙҙең хәрефтәренән яңы һүҙҙәр төҙөнө.
Көсөргәнешле уйын "Ҡышлаусы ҡоштар" командаһының еңеүе менән тамамланды.
Уҡыусылар "Еҙем" тәбиғәт паркы, инспекторҙарҙың эшмәкәрлеге, унда үткән саралар, топонимика тураһында тулы мәғлүмәт алды.
Ҡатнашыусылар Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.
Был осрашыу ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә, тигән фекерҙә ҡалды мәктәп коллективы. Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тап бала саҡта башлана ла инде.