Бөрйән районы Кейекбай ауылы башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһының 3-сө синыф уҡыусыһы ХӘЙРУЛЛИН Нуриман – уҡыу алдынғыһы ғына түгел, тирә-яҡ тәбиғәткә битараф булмаған уҡыусы ла.
Нуриман үҙҙәренең өйө янында ҡоштар өсөн ашханалар эшләп, ағастарға элеп ҡуйған. Ул йылдың һалҡын ваҡытында беҙҙә ҡалған ҡанатлыларға ҡарата мөхәббәтен һәм хәстәрлеген күрһәтә. Тағараҡтарҙы гел ҡарҙан таҙартып, емдәр һалып тора. Ашханаға ҡунаҡҡа килгән ҡоштарҙы күҙәтә. Улар тураһындағы ҡыҙыҡтарҙы тиҫтерҙәре менән уртаҡлаша. Ят ҡоштар ҡунаҡҡа килһә, был ҡоштар хаҡында күберәк белеү өсөн интернет селтәрҙәре, атай-әсәй ярҙамға килә.
Буш ваҡыттарында Нуриман ғаилә менән тәбиғәт ҡосағында ял итергә, саңғыла йөрөргә, дуҫтары менән тау шыуырға ярата.
Йәй көндәре төрлө дарыу үләндәре йыйыу, миндек бәйләү байрамдарынан ситтә ҡалмай.