Үрге Йәркәйҙә ижади экомода конкурсы үтте. Бәйгеселәр ҡағыҙҙы, ҡаптарҙы, пластикты ҡабаттан ҡулланырға мөмкин булыуын күрһәтте һәм иҫбатланы. Был сара тирә-яҡ мөхитте бысратыуҙы һәм полигондарҙың һанын кәметеүгә булышлыҡ итә.
Ҡатнашыусылар үҙҙәренең фантазияһын да күрһәтте: кемдәрҙер гәзиттән күлдәк текһә, икенселәр пластик тәрилкәләрҙән, сүп-сар ҡапсыҡтарынан кәрәкле нәмәләр эшләгән.
Һеңлемде уҡытыусы Г. Х. Мәрҙәмшина конкурска саҡырғас, ул һөт ҡапсыҡтарына икенсе ғүмер бүләк итергә булды.
Плащ тегеү өсөн туҡыма кәрәк. Һеңлем әсәйем, өләсәйем менән бергә тәүҙә бер нисә һөт ҡапсығын ҡуша тегеп ҡуйҙы. Артабан үлсәүҙәр алып, плащ тектеләр. Был материал һыу үткәрмәй. Ямғырлы көндәрҙә бик ҡулай.
Йәнә лә ямғырлы көндә аяҡ кейемен еүешләтмәү өсөн япма, аяҡ кейеме тектеләр. Аҙыҡ-түлек өсөн һыу үткәрмәй торған сумка тегелде, иҫке сатыр ҙа яңыртылды.
Һеңлем беренсе урын яуланы. Мин уның менән ғорурланам. Уны был уңышы менән ысын күңелдән ҡотлайым һәм артабан да уңыштар теләйем.
Тирә-яҡ мөхитте һаҡлағыҙ! Ҡайтанан эшкәртеү тирә-яҡ мөхитте таҙартып ҡына ҡалмай, тәбиғи байлыҡтарҙы ла һаҡлай.
ФАЗДАЛОВА Азалия.