+24 °С
Облачно
Тирә-яҡ мөхит
18 Мая , 07:12

Уҡыусылар “Тере Ер” конкурсында ҡатнаша

Башҡортостанда уҡыусылар араһында “Тере Ер” республика конкурсы башланды. "БашИнком" фәнни-ҡулланыуға индереү предприятиеһы уны дүртенсе йыл үткәрә.  Конкурста ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта, география киңәйә бара.

Уҡыусылар “Тере Ер” конкурсында ҡатнашаУҡыусылар “Тере Ер” конкурсында ҡатнаша
Уҡыусылар “Тере Ер” конкурсында ҡатнаша

Башҡортостанда уҡыусылар араһында “Тере Ер” республика конкурсы башланды. "БашИнком" фәнни-ҡулланыуға индереү предприятиеһы уны дүртенсе йыл үткәрә.  Конкурста ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта, география киңәйә бара.

Быйыл Өфөнән, Башҡортостандың төрлө райондарынан, хатта Приморье крайынан конкурста ҡатнашыуға ғаризалар килгән. Шулай итеп, ярышыусылар һаны 90-ға еткән.

Конкурсты башлау тантанаһында предприятие директоры Вячеслав Иванович Кузнецов уҡытыусыларға цивилизацияның ауыр проблемаһын хәл итеү юлы тураһында һөйләне.  Ҡурҡыныс ауырыуҙар һаны арта, улар кешенең ғүмерен ныҡ ҡыҫҡарта.  Сәләмәтлек ҡаҡшауҙың төп сере, баҡһаң,  тупраҡта икән. Бик күп йылдар буйы туҡтауһыҙ уңыш биреүгә мәжбүр ителгән тупраҡ хәҙер тотош химиянан тора. Был мәсьәләне “БашИнком” ғалимдары уйлап тапҡан АС-35 биотехнологияһы ярҙамында хәл итеү мөмкинлеге бар.

Быйыл конкурста ҡатнашасаҡ уҡыусылар һәм уларҙың педагогтары предприятие  лабораторияларында булды, Елена Храмушинаның йылытмаларын ҡараны. Йылытмаларҙа   АС-35 биотехнологияһы буйынса помидор үҫтерелә. Беренсе уңыш алынды ла  инде.  

Конкурста ҡатнашыусыларҙың һәр береһенең педагогы һәм остазына  биопрепараттар йыйылмаһы тапшырылды: Кормилица Микориза, 33 Богатыря, Фитоспорин һәм Гуми. Һәр ҡатнашыусы үҙе һайлаған берәй культура менән йәй буйы тәжрибә үткәрәсәк.  Бүләккә Храмушинаның помидор үҫентеләре лә таратылды.  Был помидорҙар  – "Мичурин-томаты" халыҡ орлоҡ банкында һаҡланған әүәлге сорттар.  

АС-35 биотехнологияһы ҡулланыу витаминдарҙы һәм минералдарҙы, һәммәһен бергә ҡушып һанағанда, 800 процентҡа арттыра. Быны илдең ғилми  лабораториялары иҫбатлаған. Конкурстың төп маҡсаты – балаларҙы  файҙалы һәм сәләмәт ризыҡ үҫтерергә өйрәтеү. Улар Тыуған илебеҙҙең аҡыллы, һау һәм көслө граждандары булып үҫһен. Конкурста ҡатнашҡан уҡыусыларға тәмле йәшелсәләр, йәшел тәмләткес үләндәр, еләктәр  үҫтереүҙә уңыштар юлдаш булһын!  

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас