

Башҡортостан уҡыусылары Б.В. Всесвятский исемендәге тирә-яҡ мөхитте тикшереүсе йәштәрҙең Бөтә Рәсәй конкурсында уңышлы сығыш яһаны. “Йәштәр һәм балалар” милли проекты сиктәрендә үткән конкурс илдең 79 төбәгенән 277 уҡыу-тикшеренеү эше авторын йыйҙы.
Беҙҙең республиканан конкурста Мишкә районы һәм Өфө ҡалаһы уҡыусылары ҡатнашты. Был турала Башинформ хәбәр итә.
“Йәш тикшеренеүселәр” номинацияһында Өфөнөң 39-сы гимназияһы 6-сы синыф уҡыусыһы Артем ЯМАЛОВ еңеүсе булды.
“Ҡулланма күҙәнәктәр биологияһы” номинацияһында Айгөл ИШБИРҘИНА менән Екатерина РУССКИХ призер булды. Улар Өфөнөң 35-се белем биреү үҙәгендә уҡый, Республика балалар экология-биология үҙәгендә шөғөлләнә.
“Ботаника һәм үҫемлектәр экологияһы” номинацияһында “Росток” фән, инновациялар һәм ижад үҙәге (Өфө) уҡыусыһы Дарья ПОСПЕЛОВА призлы урын яуланы.
“Экологик мониторинг” номинацияһында шул уҡ “Росток” үҙәгенән Ульяна НИКОНОВА финалсы дипломына эйә булды.
Конкурс Рәсәй Мәғариф министрлығының 2025/26 уҡыу йылы олимпиадалары һәм ижади саралары исемлегенә индерелгән.
Фото: БР Мәғариф министрлығы / матбуғат хеҙмәте.