+14 °С
Облачно
Тирә-яҡ мөхит
7 Июня , 08:50

Эльза Ғәббәсова ҡоштар тураһында һөйләй

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә үҙенең #ЖЗЛ_Башкортостан рубрикаһында иҫ киткес шәхестәр менән таныштыра. Һуңғы поста ул 5 июндә билдәләнгән Экологтар көнө айҡанлы Эльза Ғәббәсова тураһында яҙа.

Эльза Ғәббәсова ҡоштар тураһында һөйләйЭльза Ғәббәсова ҡоштар тураһында һөйләй
Эльза Ғәббәсова ҡоштар тураһында һөйләй

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә үҙенең #ЖЗЛ_Башкортостан рубрикаһында иҫ киткес шәхестәр менән таныштыра. Һуңғы поста ул 5 июндә билдәләнгән Экологтар көнө айҡанлы Эльза Ғәббәсова тураһында яҙа.

Эльза Ғәббәсова – Рәсәй Ҡоштарҙы һаҡлау союзының төбәк берләшмәһе рәйесе, Республика балалар экология-биология үҙәге методисы. Үҙәккә ул Башҡорт дәүләт университетының (бөгөн – ӨФһТУ) биология факультетын тамамлағас та килә һәм бына 30 йылдан ашыу тәрбиәләнеүселәргә тәбиғәт һәм ҡоштар тураһында  һөйләй, уларға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята. Университетты тамамлаған саҡта Эльза Зинфир ҡыҙының  диплом эше ҡоштарға – “Шүлгәнташ” ҡурсаулығы орнитофаунаһына бағышлана.

Радий Хәбировтың яҙмаһында  әйтелгәненсә, Эльза Ғәббәсова Өфөлә тыуа, каникулдарын ауылда туғандарында үткәрер була. Ауылдағы хозур тәбиғәт ҡосағында тирә-яҡты ҡыҙыҡһынып күҙәтә. Был ҡыҙыҡһыныу уның ғүмерлек эшенә әйләнә.

Республика балалар экология-биология үҙәгендә эшләгән осоронда педагог йыш ҡына балалар менән тәбиғәткә экспедициялар ойоштора. Өфөләге ҡоштар донъяһын да өйрәнәләр. Һуңғы йылдарҙа баш ҡалала бер нисә яңы ҡош төрө күренә башлағанын  асыҡлайҙар, фәнни асыштар яһайҙар.

Эльза Ғәббәсова Рәсәйҙең оя ҡороусы ҡоштарын мониторинглауҙа, Өфө  ҡалаһы ҡоштарының атласын төҙөүҙә ҡатнаша. Балаларҙы ул “Ҡурсаулыҡ утрауҙары дуҫтары” һәм “Тәбиғәт парктарында ҡоштарҙы күҙәтеү” тигән проекттар аша тәбиғәтте һаҡларға өйрәтә, тиелә республика етәксеһе яҙған поста.

Республика балалар экология-биология үҙәгенең ВК берләшмәһендә   үҙәктең эшмәкәрлеге киң яҡтыртыла. “Наблюдатели природы Башкирии” ВК төркөмөндә  Эльза Зинфир ҡыҙының эштәре тураһында һөйләгән постар бигерәк тә күп. Мәҫәлән, күптән түгел ул, “Салют” республика реабилитация үҙәгенә барып, унда дауалаып ятҡан балаларға “Һандуғаслы кистәр” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә экскурсиялы дәрес үткәргән.

Башҡортостанда ҡоштарҙың 358 төрө бар, ти Эльза Зинфир ҡыҙы. Экологик йәһәттән таҙа урында урынлашҡан  “Салют” үҙәгенең биләмәһендә лә төрлө-төрлө ҡоштар йәшәй.  Ҡыҙылтүш (зяблик), тал ҡурҙайы (садовая камышовка), ала себен турғайы (мухоловка-пеструшка),  аҡ сәпсек (белая трясогузка), ала ҡарға (серая ворона), ҡара ҡарлуғас (черный стриж), таң турғайы (зарянка), мышар барҡылдағы (рябинник), утҡойроҡ (обыкновенная горихвостка), көйәҙ турғай (черноголовый щегол), борғандаҡ (вертишейка), әберсә турғайы (зелёная пересмешка) тигән ҡоштар осраған балаларға был экскурсияла.

Эльза Зинфир ҡыҙы балаларҙы ҡош тауыштарын танырға өйрәткән, әберсә турғайы кеүек, башҡа ҡоштарҙы әләкләп, кешене яңылыштыра алған хәйләкәр ҡошсоҡтар тураһында һөйләгән. Һандуғас моңло һәм оҙон итеп һайрап ебәргәндә уның йырында күпме “һүҙ” барлығын аңлатҡан.

Эльза Ғәббәсова кеүек тәбиғәткә ғашиҡ кешеләр балаларҙы ла уны яратырға, өйрәнергә, һаҡларға илһамландыра, “Экологик именлек” милли проектын тормошҡа ашырыуға ҙур өлөш индерә.

Фото: һүрәтләмәлә аталған төркөмдәрҙән.

Эльза Ғәббәсова ҡоштар тураһында һөйләй
Эльза Ғәббәсова ҡоштар тураһында һөйләй
Эльза Ғәббәсова ҡоштар тураһында һөйләй
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас