

Өфөлә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн эшләгән ойошмалар араһында “Фортуна” экологик үҙәге бар, уның төрлө йүнәлештәре эшләй. Был үҙәктә балалар ҙур теләк менән шөғөлләнә. Тәбиғәтте яратҡан һәр кем үҙенә хуш килгән йүнәлешкә яҙыла ала.
Быйыл үҙәктең асылыуына 30 йыл тулды. Ошо уңайҙан Өфөлә “Экология. Ижад. Балалар” тигән фестиваль үтте. Унда килгән абруйлы ҡунаҡтар араһында “БашИнком” ғилми-файҙаланыуға индереү предприятиеһы директоры В.И. Кузнецов менән ғилми хеҙмәткәр Д.В. Скотников та булды. Улар фестивалдең “Экостанция – Өфө” майҙансығына килде. “Фортуна”ла шөғөлләнгән балалар уларға “БашИнком” биопрепараттарын файҙаланып тормошҡа ашырған проекттарын күрһәтте. Был биопрепараттар йәшелсә-еләктәрҙе минераль матдәләргә һәм витаминдарға байыта. Кормилица Микориза, 33 Богатыря, Фитоспорин, Гуми уңышты ла арттыра, уның сифатын да яҡшырта.
Юбилей айҡанлы Вячеслав Иванович менән Дмитрий Валерьевич үҙәккә “БашИнком”дың биопрепараттары менән фитолампаларын бүләк итте.
“Фортуна” менән “БашИнком”дың хеҙмәттәшлек итеүенә биш йыл тулған. Балалар предприятие үткәргән “Тере Ер” республика конкурсында ҡатнашты, “10 000 тәжрибә” тигән ҙур проект сиктәрендә “БашИнком” препараттары менән һынауҙар үткәрҙе.
Юбилей уңайынан “БашИнком” директорына һәм ғилми хеҙмәткәренә “Фортуна” үҙәге директоры Ә. Һөйөндөкова тапшырған Рәхмәт хаттарында ошондай юлдар бар:
“Һеҙҙең ярҙам – йәшел киләсәккә индерелгән өлөш ул. Беҙ бергәләп бик мөһим эш менән булабыҙ – йәш тикшеренеүселәрҙе тәрбиәләйбеҙ. Улар бөгөн тәбиғәтте һаҡларға өйрәнһә, иртәгә планетаның ысын архитекторҙарына әйләнер”.
Балаларҙы тәбиғәт һаҡсыһы булырға өйрәткән хеҙмәттәшлек дауам итә.
Фото: “Фортуна” ҡала экологик үҙәге / ВК.