

Был сәпсәү Евразияла Скандинавия ярымутрауынан, Даниянан алып Камчатка ярымутрауына тиклем йәәшәй. Тундраның көньяғында, урман тундраһында, урман бүлкәтендә таралған, урыны менән көньяҡта – дала бүлкәтендә лә осрай. Рәсәйҙең Европа өлөшөндәге ареалы Баренц диңгеҙенән алып ҡатнаш урмандарҙың көньяҡ сигенә – Урта Волга буйына тиклем.
Башҡортостанда һирәк осрай, нигеҙҙә, беҙҙә осоп үтешләй генә күпмелер ваҡытҡа туҡтала. Мәҫәлән, Инйәр йылғаһында 5-10 сәпсәүҙән торған туптар башлыса яҙ көндәре теркәлә.
Күсмә ҡош. Ҡыш көндәрен Африка ҡитғаһында, Ғәрәп ярымутрауында, Һиндостан менән Һинд-Ҡытайҙа, ҡайһы берҙәре тағы ла йырағыраҡ – Һиндонезияла, Яңы Гвинеяла, хатта Австралияла үткәрә.
Божра сәпсәү — оҙон аяҡлы, оҙон суҡышлы һаҙ ҡошо. Кәүҙәһенең оҙонлоғо — 19-21 см, ҡанаттарының киңлеге — 36-40 см, ауырлығы — 50-95 г. Ата һәм инә ҡоштар ҡиәфәттәре менән бер-береһенән айырылмай.
Был сәпсәүҙең ҡанаттары аҡлы-ҡаралы, арҡаһында һоро таптар урынлашҡан. Кәүҙәһенең аҫ яғы аҡ. Муйынында, түшендә көрән төртөктәр бар. Күҙе көрән. Суҡышы ҡара. Суҡыш төбөнән алып күҙенең артына тиклем аҡ һыҙат урынлашҡан.
Ҡойроғо түңәрәкләнгән, осош барышында аяҡтары ҡойроғонан оҙонораҡ булыуы күренә. Урта һәм сит бармаҡтары араһында ҙур булмаған ярыһы бар. Йәш ҡоштарҙың ҡиәфәтендә ерән йә аҡһыл көрән таплы ҡара-көрән төҫ өҫтөнлөк итә. Башы көрән һыҙатлы ҡара.
Бозор сәпсәүҙең тауышы тоноҡ булып ишетелһә лә, көйлө. “Фи-фи-фии” булып ишетелә. Ата ҡоштар ҡарығыу осоронда “фитя-фитя” кеүегерәк тауышты йыш-йыш ҡысҡыра. Ояһы эргәһендә хәүеф янаған осраҡта, “тек-тек-тек” тип ҡысҡырып, туп-тура дошманы эргәһенә осалар, уның тирәләй өйөрөләләр.
Божор сәпсәүҙең йылы яҡтарҙан ҡайтыуы көньяҡ биләмәләрҙә апрель уртаһынан теркәлә башлай. Тундра бүлкәтенә ҡайтып етеүе яҡынса июнь башына тура килә. Башлыса ҙур булмаған туптар менән осалар. Ял итеү өсөн үлән ҡаплаған туғайлы йылға буйҙарында туҡталалар.
Был сәпсәүҙең оя ҡороу урындары төрлөсә: мүкле, үләнле тундра һаҙлығы, урман тундраһындағы һирәк ағаслыҡтар, күлдәрҙең ҡамыш-күрәнле ярҙары, ҡыуаҡлыҡтар ҡаплаған урман аҡландары, туғайҙар һәм тау һаҙлыҡтары.
Ғәҙәттә, ояһы ерҙә, ҡуйы, ҡыҫҡа ҡыуаҡлыҡтар йә һаҙлыҡтағы түңгәктәр араһында урынлаша. Ҡайһы саҡта барҡылдаҡтарҙан ҡалған ағастағы ояларҙа көн күрәләр.
Көрән таплы йәшкелт дүрт бөртөк йомортҡаны ата-әсәһе, алмашлап, 20-21 көн дауамында баҫа. Ҡошсоҡтар йомортҡанан сыҡҡанда ҡара таплы һоро-көрән мамыҡ йөн менән ҡапланған була. 3 аҙнанан һуң улар осорға өйрәнә.
Йылы яҡтарға юлланыу тундра бүлкәтендә июль аҙағынан башланһа, көньяҡта сентябрь башында тамамлана.
Был сәпсәү башлыса һыу ятҡылығы эргәһендәге һыу бөжәктәре, уларҙың ҡарышлауыҡтары менән туҡлана. Һирәкләп рационын селәүсендәр, ҡыҫала һымаҡтар менән дә байыта.
Оҙон суҡышы һунар өсөн яҡшы яраҡлашҡан, табышын һыулы һай урындарҙа, ләм йә үлән араһында эҙләй. Аҡ сәпсек кеүек ҡойроғон йыш-йыш бәүелтеп ала.
Божор сәпсәүҙе ите өсөн аулайҙар. Был ҡош уртаса 10 йыл тирәһе йәшәй.