

15 июнь – Йәш натуралистар көнө. 1918 йылда Мәскәүҙең Сокольники биҫтәһендә Йәш тәбиғәтте яратыусылар станцияһы асыла. Ошо көн Йәш натуралистар көнө тип иғлан ителә. Йәш натуралистар станцияһы илдә тәүге мәктәптән тыш учреждение була.
Бер нисә йылдан йәш натуралистар станциялары Советтар Союзының төрлө ҡалаларында һәм ҡасабаларында асыла башлай.
Башҡортостанда 1928 йылдың 13 октябрендә Йәш натуралистар өлкә бюроһы ойошторола. Дөрөҫ, быға тиклем ҡайһы бер мәктәптәрҙә йәш натуралистар түңәрәктәре була, тик уларҙың эшмәкәрлегенә йүнәлеш биреүсе булмай.
Башҡортостанда йәш натуралистар хәрәкәтен ойоштороу башында РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Дәүләт премияһы лауреаты, ғалим-селекционер Хәсән Кәрим улы Йәнекәйев тора. Ул заманда 17 йәшлек Хәсән 1927 йылда мәғариф буйынса кәңәшмәлә БАССР-ҙа натуралистар эше тураһында доклад менән сығыш яһай. Ошо кәңәшмәлә Йәш натуралистарҙың өлкә бюроһын булдырырға ҡарар ҡабул ителә. Бюроның тыуған көнө тип уның тәүге ултырышын үткәргән көн – 1928 йылдың 13 октябре иғлан ителә.
Башҡортостан йәш натуралистар хәрәкәтенең тарихы тураһында Республика балалар экология-биология үҙәге методисы Ирина Зайцеваның бик бай мәғлүмәтле мәҡәләһе бар. Ул үҙәктең ВКонтакте селтәрендәге берләшмәһендә баҫылған.
Юннаттар үҙ китапханаһын аса, илдә нәшер ителгән “Юный натуралист”, “Листки биостанции”, “Юный пионер” баҫмаларына яҙыла, Урман көнө менән Ҡоштар көнөн үткәрә. 1928 йылда Өфөлә Ҡоштар көнө бигерәк киң билдәләнә. Ҡалала 4000-ләп кеше ҡатнашҡан демонстарция үтә. Унда ҡатнашыусылар байраҡтар, плакаттар, үҙ ҡулдары менән эшләгән ҡош оялары тотоп сыға. Хеҙмәт һарайы алдында митинг ойошторола.
Юннаттар ауыл хужалығы эштәренә ярҙамға йөрөй. Республиканың матбуғат баҫмаларында өгөт-нәсихәт эше алып бара. Дарыу үләндәре йыйыу хәрәкәтен йәйелдерә.
1932 йылда Башҡортостан өлкә балалар техник станцияһы ойошторола. Йәш натуралистар уның составында эшмәкәрлеген дауам итә.Станция Фрунзе урамындағы 32-се йортта – ике ҡатлы бинала урынлаша. (Был урын һуңынан Башҡорт дәүләт университетына, хәҙерге ӨФһТУ, тапшырыла).
Техник станция ҡарамағына 1 гектарлыҡ тәжрибә участкаһы ла бирелә. Бында емеш-еләк ағастары, йәшелсә, еләк, сәскә, бөртөклө культуралар үҫтерелә. Йылытма була.
Билдәле баҡсасы ғалим, ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор Гизәр Әхтәм улы Мансуров ғүмерлек эшенә әйләнәсәк тармаҡҡа бала сағында килә. Ул бәләкәй сағында техник станцияға апаһы янына бара. Иҫтәлектәрендә былай тип яҙған:
«Когда я впервые зашёл через большие ворота, прошёл мимо двухэтажного здания (первый этаж каменный, второй бревенчатый) и попал на огромный участок, где росли разнообразные растения, начиная от спеющих ягод земляники, цветов, многочисленных злаковых, овощных и незнакомых мне тогда диковинных растений, до различных кустарников и деревьев яблони и груши, я был просто поражен всей этой прелестью. А увидев невдалеке свою сестру со шлангом в руках, поливающую какие-то растения, я немедленно подбежал к ней и попросил шланг в свои руки. Она дала мне шланг, и я с упоением стал поливать растения на грядке. Моему восторгу не было предела. Я не хотел оставлять этого занятия, и теперь уже сестре пришлось уговаривать меня пойти домой обедать, пообещав, что она попросит записать меня в кружок. Вскоре это случилось – я стал юннатом! Тогда мне не было еще и 7 лет. С тех пор я стал регулярно посещать эту чудесную детскую техническую станцию. Нашим руководителем был садовод Ананий Алексеевич Егошин, он закрепил за мной 10 растений лимона, из великого множества растущих в теплице. Все мы, за кем были закреплены растения лимонов, поливали их теплой водой и обмывали мочальной кисточкой листья с двух сторон. Летом мы ухаживали за кустами смородины, деревьями яблони, учились делать в питомнике окулировку. Весной и осенью сажали новые деревья и кустарники. Особенно было красиво в саду весной, когда наступала пора цветения яблони и вишни – все вокруг покрывалось ароматом благоухающих бело-розовых цветов. Это надолго запомнилось мне как одно из самых замечательных воспоминаний детства. Среди юных натуралистов у нас были распределены обязанности, закреплены определенные участки, опытные посевы, каждый старался содержать свой участок в образцовом порядке. Когда поспевал урожай какой-либо культуры овощных или ягод, то собирали и распределяли всем, кто работал на станции. Я с особой радостью и гордостью приносил домой кулечек ягод, несколько огурцов или помидоров. Это была большая радость, так как это был результат своего труда, вложенного в общее дело».
Юннаттар ауыл хужалығы культуралары менән һынауҙар үткәрә, картуф, томат, кишер, кукуруз сорттарын районлаштырыу, уларҙың һалҡынға сыҙамлылығын күтәреү эштәре алып бара. Улар ғалимдар, Өфө Ботаника баҡсаһы менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә эшләй. Мәскәүгә юннаттарҙың күргәҙмәләренә бара. 1939 йылда алдынғы 12 юннат Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы күргәҙмәһендәге (һуңынан – ВДНХ) йәш натуралистар һәм ауыл хужалығы һынаусылары павильонында ойошторолған күргәҙмәлә ҡатанаша. Шул сәфәрҙә йөрөп ҡайтҡандарҙың береһе – Евгений Васильевич Кучеров, элекке юннат, Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, биология фәндәре докторы, РФ һәм БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре. Ул былай тип яҙған:
«С нами, юннатами, выезжали в Москву агроном технической станции Лидия Алексеевна Ерусланова и директор Уфимского ботанического сада Ольга Антоновна Кравченко. Мы осматривали прекрасные павильоны выставки. Особенно долго экскурсоводы рассказывали нам о достижениях юных натуралистов. Я запомнил рассказ о Володе Бухтиярове из Таганрога, который в результате своих экспериментов получил ветвистую пшеницу, которую демонстрировали в павильоне «Юные натуралисты». Особые стенды выставки были посвящены юным шефам молодняка животных. Среди них выделялись стенды о Мише Кулешове и Барасби Хомгокове, которые за свою плодотворную деятельность по выращиванию молодняка животных были награждены правительственными орденами «Знак почета». Несколько жеребят, которые они вырастили, взяли в кавалерийскую часть армии».
Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ла юннаттар эшмәкәрлеге туҡталмай. Улар тимурсы ла булып китә.
Һуғыштан һуң Өфө юннаттары ҡалалағы балалар баҡсалары биләмәләрен йәшелләндерә, ағастар, ҡыуаҡтар ултырта.
1947 йылда техник станцияға Башҡортостан республика йәш натуралистар станцияһы тигән атама бирелә. Балалар мәктәптәрҙең ихаталарын, пионер лагерҙары биләмәләрен йәшеллләндереү менән була.
Йәш натуралистар эшмәкәрлеге дауам итә, улар тирә-яҡтың йәмләнеүенә ҙур өлөш индерә.
Һүрәттәрҙә: йәш натуралистар Башҡортостан өлкә балалар техник станцияһы участкаһында; юннаттар “йәнле мөйөш”тә (1966); Бөтә Рәсәй мәктәп урмансылыҡтары һәм йәш тәбиғәт дуҫтары слеты Башҡортостанда үткән (1977).