

Йәй ташын төрлө ерҙә төрлөсә, мәҫәлән, ямғыр ташы, йәйғорташ йә яҙаташ тип тә атайҙар. Һауа торошона йоғонто яһау маҡсаты менән был таштарға мөрәжәғәт итеү, уларҙы тәрбиәләү йолаһы мәжүсилек заманына барып тоташа, меңәр йылдар буйы быуындан-быуынға тапшырылып, һаҡланып ҡалған.
Әйткәндәй, был таштар төрлө формала, ҙурлыҡта була: эре таштарҙан алып кесерәк төрлө төҫтәге йәйғорташтар һәм ҡоштарҙың ашҡаҙанынан алынған ваҡ таштарға тиклем. Был үҙенсәлекле күренеш халҡыбыҙҙан тыш ҡаҙаҡ, ҡыр—ғыҙ, Себер татарҙары, бүрәт, хаҡас, ҡалмыҡ, төрөк һәм тунгус кеүек төрки, монгол, Себер халыҡтарында ла күҙәтелә. Әммә башҡа халыҡтар менән сағыштырғанда, башҡорттарҙа эре Йәй таштары өҫтөнлөк итә.
Башҡортостан биләмәһендә һаҡланып ҡалған йәй таштарының һаны бихисап булһа ла, әлеге ваҡытта урындағы халыҡ тарафынан ҡулланғандары күп түгел. Шундай үҙенсәлекле урындарҙың береһе Ғафури районының Ерек ауылы эргәһендәге Һирәктал исемле ерҙә урынлашҡан. Йәнәш кенә ятҡан, береһе ҡыҙғылт, береһе йәшкелт төҫтәге таштар Бабайташ һәм Инәйташ тип йөрөтөлә.
Совет осоронда ер һөрөргә ҡамасаулағас, был таштарҙы баҫыу ситенә күсереп тә ҡарағандар. Әммә таштар ниндәйҙер мөғжизә менән үҙ урынына кире күсеп ята тигән риүәйәт тә һаҡланған бында. Әлеге көндә был урын кәртәләп ҡуйылған, тәрбиәле.
Икенсе Йәй ташы Ҡолонташ йә Ҡолоҡайташ тип атала. Белорет районында Ассы менән Исҡушты ауылдары араһында, Исҡушты ауылынан көньяҡҡа ҡарай 6 саҡырым алыҫлыҡта, Юрмаш йылғаһының инеше эргәһендә урынлашҡан. Ҡасандыр был таш ҡолон кәүҙәһенә оҡшаш булған. Әммә нисәлер тиҫтә йыл элек, ҡайһы бер мәғлүмәт буйынса, леспромхоз өсөн ағас тарттырған мәлдә, Ҡолонташ уртаға ярыла. Шуға ҡарамаҫтан, халыҡ тарафынан был урын онотолмай.
Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа Ҡолонташ Ҡатай ырыуының изге урыны тип атала, бында дин әһеле йә дәрәжәле кеше ерләнеүе ихтимал.
Ҡолонташ барыһына ла күренеп бармай тигән ышаныу ҙа бар. Көслө муллалар ғына был таш эргәһендә йолалар үткәрергә хоҡуҡлы булған, ябай кешеләргә ташҡа тейеү ҙә ҡәтғи тыйылған. 2024 йылдың йәйендә оҙайлы ямғырҙарҙан арыныр өсөн был Йәй ташында эргә-тирәләге муллалар тарафынан ямғыр ҡайтарыу йолаһы үткәрелгән тигән хәбәр ҙә ишетелде.
Халыҡ Йәй ташы тип атаған урындар иҫәбенә Ассы ауылы эргәһендәге Йәйташялан исемле урында ятҡан ҡара-ҡыҙыл төҫтәге таштар, Абҙаҡ ауылы янындағы күкһел төҫтәге таш, тағы ла Йөйәк һәм Мәхмүт ауылдары эргәһендәге таштар ҙа инә.
Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылы янындағы Бабай тауы итәгендә ятҡан Өләсәйташ та ямғырлы йә аяҙ көндәр тыуҙырыусы таштар иҫәбендә. Бөрйән районының Байназар һәм Мораҙым ауылдары араһындағы аҡландарҙа ла ике Йәй ташы бар, уларҙың араһындағы алыҫлыҡ 700 м тирәһе тәшкил итә.
Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙең тыуған төйәгегеҙҙә ямғыр саҡырыу, аяҙ көн теләү йолаһы менән бәйле урындар булһа, фотолар, тасуирламағыҙҙы редакцияға ебәрегеҙ. Халҡыбыҙҙың бай мәҙәниәтен сағылдырған боронғо, үҙенсәлекле йәй таштары менән журнал биттәрендә, "Аманат"тың социаль селтәрҙәрендә бер-беребеҙ менән таныштырырбыҙ.