

Архангел районы Абҙан мәктәбенең йәйге ял лагерында тәрбиәләнеүселәр Өфөгә экскурсияға барған. Унда альпакалар йәшәгән «Симба» паркында булғандар.
Балалар альпакаларҙың кеше яратыуын, һис ҡурҡмауын күреп аптыраған. Ситтән генә был хайуандарҙы оҙаҡ ҡына күҙәткән улар, улар фонында фотоға төшкәндәр. Альпакалар ламаларҙан ни менән айырыла, ниндәй аҙыҡтар яраталар, ниңә уларҙың йөнө бик ҡиммәтле – күп һорауҙарға яуап алғандар.
Артабан сәйәхәтселәр Еңеү паркына киткән. Унда булыу балаларға Бөйөк Ватан һуғышы тарихы биттәренә күҙ һалыу, геройҙарҙы хәтерләү мөмкинлеген биргән.
Көн эмоцияларға бик бай булған. Ихлас көлөүҙәр, ғәжәп күреп альпакаларҙы күҙәтеү һәм бәхетле йылмайыуҙар – бына бит ул сәфәрҙең бүләктәре ниндәй!
Был көндө балалар һис онотмаҫ, моғайын. “Симба”ға альпакалар өсөн рәхмәт, ти улар.
Видео: Абҙан мәктәбе / ВК.
Фото: Абҙан мәктәбе / ВК / видеонан скриншот.

