+19 °С
Облачно
Тирә-яҡ мөхит
10 Июля , 09:25

“Тере һыу”ҙа ҡатнашыусылар 50 километрҙа яр буйҙарын таҙартҡан

Хәйбулла районында “Тере һыу” тигән бик ҙур күләмле сараға йомғаҡ яһалған. Район конкурсында 11 муниципалитет, 1700 кеше ҡатнашҡан. Балалар ҙа бик әүҙем булған. Тыуған ерҙең сәләмәтлеге өсөн яуаплылыҡ тойоп йәшәүселәр әҙ түгел бит ул.

“Тере һыу”ҙа ҡатнашыусылар 50 километрҙа яр буйҙарын таҙартҡан“Тере һыу”ҙа ҡатнашыусылар 50 километрҙа яр буйҙарын таҙартҡан
“Тере һыу”ҙа ҡатнашыусылар 50 километрҙа яр буйҙарын таҙартҡан

Хәйбулла районында “Тере һыу” тигән бик ҙур күләмле сараға йомғаҡ яһалған. Район конкурсында 11 муниципалитет, 1700 кеше ҡатнашҡан. Балалар ҙа бик әүҙем булған. Тыуған ерҙең сәләмәтлеге өсөн яуаплылыҡ тойоп йәшәүселәр әҙ түгел бит ул.

Ике ай барған сарала Һаҡмар, Йылайыр, Таналыҡ, Тиргәмеш һәм башҡа йылға-күл буйҙары таҙартылған. Бөтәһе 50 километрҙай оҙонлоғондағы ярҙарҙан 30 тонналап сүп-сар йыйып алынған.

“Экологик именлек” милли проектына ярашлы ойошторолған сара ярыш рәүешендә барған. Йомғаҡлау һөҙөмтәһендә беренсе урынды Аҡъюл ауыл советы алған. Икенсе урында – Федоровка, өсөнсө – Әбеш һәм Таналыҡ ауыл советтары.

Сарала Башҡортостан Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының Сибай территориаль комитеты хеҙмәткәрҙәре әүҙем ҡатнашҡан һәм экспертлыҡ иткән.

 

Сығанаҡ: Башҡортостан Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы.

“Тере һыу”ҙа ҡатнашыусылар 50 километрҙа яр буйҙарын таҙартҡан
“Тере һыу”ҙа ҡатнашыусылар 50 километрҙа яр буйҙарын таҙартҡан
“Тере һыу”ҙа ҡатнашыусылар 50 километрҙа яр буйҙарын таҙартҡан
“Тере һыу”ҙа ҡатнашыусылар 50 километрҙа яр буйҙарын таҙартҡан
“Тере һыу”ҙа ҡатнашыусылар 50 километрҙа яр буйҙарын таҙартҡан
“Тере һыу”ҙа ҡатнашыусылар 50 километрҙа яр буйҙарын таҙартҡан
“Тере һыу”ҙа ҡатнашыусылар 50 километрҙа яр буйҙарын таҙартҡан
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас