

Донъяла барлығы 8,8 млн пар тирәһе һоро себен турғайы иҫәпләнә. Улар 6 ярымтөргә бүленгән. Был ҡош Европала, Төньяҡ Африканың урманлы тауҙарында, Азияла Себерҙән алып Байкал аръяғына тиклем, урыны менән Төньяҡ Һиндостанда, Иранда, Яҡын Көнсығышта таралған. Рәсәйҙең Европа өлөшөндә урман тундраһынан алып далаларҙа, ярымсүллектәрҙә осраған урман утрауҙарында көн итә.
Башҡортостан биләмәһендә ғәҙәти күсмә ҡош. Ҡыш көндәрен Тропик Африкала йә Көньяҡ Азияла үткәрәләр.
Һоро себен турғайының кәүҙә оҙонлоғо — 14-17 см, ауырлығы — 13-20 г, ҡанаттарының киңлеге — 23-28 см.
Төҫө күҙгә салынып бармай. Оло ҡоштар һоро йә көлһыу һоро ҡауырһынлы. Ҡорһағы асыҡ, муйынын һәм түшен бер аҙ тоноҡ һыҙаттар биҙәгән. Ҡанаттары, суҡышы, ҡойроғо башҡа себен турғайҙары менән сағыштырғанда оҙонораҡ. Ҡанаттары һәм ҡойроғо дөйөм һоро төҫтән тағы ла ҡуйыраҡ. Суҡышы киң, уның төбөндә һәм ауыҙ ситтәрендә асыҡ төктәр бар. Йәш ҡоштарҙың төҫө ҡуйы һоро, ҡойроҡтарында, ҡанаттарында асыҡ таптар урынлаша.
Был себен турғайының тауышы ябай, тыныс. “Цить” кеүегерәк сипылдауҙарҙан, ҡайһы берҙә шатырлауҙарҙан тора.
Һоро себен турғайы урмандарҙа, шул иҫәптән ҡарағайлыҡтарҙа, урман һыҙаттарында, баҡса, парктарҙа төпләнә. Бөжәктәрҙе аулау өсөн ояһы эргәһендә аҡлан, һирәк ағаслыҡтар булыуы мөһим.
Йылы яҡтарҙан ағастар япраҡ ярып бөтөү мәленә, һиҙҙертмәй, берәмләп ҡайтып төшәләр. Ояһын ерҙән 3-6 м бейеклектә ярымөңдәрҙә, ағас баштарында, ҡаралтыларҙа, ҡая ярыҡтарында яһай.
Ҡулайлы шарттар булмаған осраҡта бер урында бер нисә парҙың оя ҡороуы мөмкин.
Сеүәтә формаһындағы ояны ике ҡош бергәләп үлән, ҡайын ҡайырыһын, ботаҡтар ҡулланып яһай, йөн, мамыҡ менән йылыта.
4-9 бөртөк һары-көрән таптар менән сыбарланған йомортҡаларҙы инә ҡош май аҙағынан-июнь башынан алып 12-15 көн дауамында баҫа.
Себештәр һоро мамыҡ менән ҡапланып донъяға килә. Ата-инәһе ҡошсоҡтарҙы ике аҙна самаһы ояла тәрбиәләй, артабан оянан осорғас та эргәләрендә булалар.
Йылына бер тапҡыр себеш сығаралар. Йылы яҡҡа юлланыр алдынан оялаш ғаилә тарҡала. Август айында йылы яҡҡа юлланалар.
Һоро себен турғайы, башҡа ҡоштар менән сағыштырғанда, үҙенең йомортҡаларын башҡа ҡоштарҙыҡынан айыра икән. Шунлыҡтан, был ҡош кәкүк йомортҡаларын ҡабул итмәй.
Был себен турғайы тип аталыуы ла уның осоусы бөжәктәр менән туҡланыуы тураһында һөйләй.
Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа һоро себен турғайы уртаса 7 йыл йәшәй тип билдәләнә.
Азамат Байрамғәлин.
Автор фотоһы