+9 °С
Ясна
Тирә-яҡ мөхит
21 Июль , 08:25

Үҫемлектәргә ҡарап һауа торошон бел!

Борондан кешеләр, тәбиғәт үҙгәрештәрен күҙәтеп, һауа торошон күҙалларға өйрәнгән. Мәҫәлән, үҫемлектәрҙе "тере барометр" тип атайҙар, сөнки уларҙағы үҙгәрештәргә ҡарап, һауа торошон билдәләргә мөмкин. Мәҫәлән, ҡайһы бер үҫемлектәр ямғыр һәм һыуыҡтан һеркәләрен һаҡлау өсөн сәскәләрен яба, ә икенселәре киреһенсә, нығыраҡ еҫ тарата.

Үҫемлектәргә ҡарап  һауа торошон бел!Үҫемлектәргә ҡарап  һауа торошон бел!
Үҫемлектәргә ҡарап һауа торошон бел!

Ҡарағат, айыу баланы (жимолость), борҡон (ҡандала үләне) йә умырзаяның еҫе тирә-яҡҡа ныҡлап таралһа – ямғыр көтөгөҙ. Ә бына му­йыл, миләш, миләүшә, йәсмин, күксәскә (василек), арыҫлан ҡойроғо (пустырник) ҡоро көндәрҙә һеркәләрен тарата. Улар араһында күпләп бал ҡорттарын йә башҡа бөжәктәрҙе күҙәтәһегеҙ икән, тимәк, оҙайлы ямғырһыҙ көндәр буласаҡ.
Ҡайһы бер үҫемлектәр һауа торошоноң боҙолоуын үҙҙәренең "илауы" менән белдерә. Был күренеш "гуттация" тип атала. Әйткәндәй, латын теленән "гутта" тамсы тип тәржемәләнә.
Гуттация – һауа дымлылығының артыуын белдергән мөһим метеорологик билдә. Был күренеште башлыса болотло таң иртәһендә күҙәтергә була. Ошо мәлдә ҡайын еләгенең, эт табан үләненең (манжетка) йә настурцияның япраҡтарынан тамсылар бүленеп сыға.
Уҫаҡ, ерек, саған, тал ағастары ла ямғыр алдынан "илай". Гуттация мәлендә таллыҡтағы ағастарҙан бүленеп сыҡҡан тамсыларҙан хатта ер еүеш­ләнеүе мөмкин. Саған ағасында иһә тамсылар япраҡтарҙың ботаҡҡа нығытылған еренән сыға. Ошо рәүешле саған ямғыр булырын 3-4 көн алдан иҫкәртә.
Көн боҙолор алдынан сөйәл үләненең, сырмалсыҡ, эт эсәгенең, маргаритка гөлөнөң һәм лютиктарҙың сәскәләре ябыла, аҫҡа эйелә. Туҡранбаштың (клевер) япраҡтары ямғыр алдынан бөкләнә һәм бер-береһенә яҡыная. Ә бөрлөгәндең япраҡтары ҡояшлы, аяҙ көндәрҙә аҫҡа ҡарай бөкләнә, ямғыр алдынан кире тигеҙләнә. Ошо рәүешле абаға ла (папоротник) һауа торошон белдерә икән.
Әгәр ҙә эргә-тирәләге һыу ятҡылыҡтарында томбойоҡтар үҫә икән, һауа торошон уларға ҡарап та белә алаһығыҙ. Аяҙ көндә томбойоҡтоң сәскәһе иртәнге һигеҙҙә асыла ла, киске биш тирәһендә ябылып, һыу аҫтынан сума. Иртә менән томбойоҡ сәскәһе һыу аҫтынан ҡалҡмаған икән, ямғыр көтөгөҙ.
Рауза, гөлйемеш, бәйғәмбәр тырнағы (календула) ғунсаһын (бутон) ямғыр алдынан асмай. Шайтан таяғының энәләре аяҙ көндә йәбешеүсән һәм сәнскеле була. Ямғыр алдынан улар бер-береһенә яҡыная. Дегәнәктең япраҡтары ямғыр алдынан йәйелә, энәләре йәбешеп бармай.
Шыршы һәм ҡарағайҙың ботаҡтары ямғыр алдынан аҫҡа эйелә. Был ылыҫлы ағастарҙың тубырсыҡ тәңкәләре бер-береһенә нығыраҡ һы­йына.

Фотоһүрәттә: ала миләүшә менән томбойоҡ сәскәләренең асыҡ булыуы – көн аяҙ буласағын иҫкәртә.

Автор фотолары.

Автор:Азамат Байрамғәлин
Читайте нас